

Йәштәр араһында тиңдәштәренә үрнәк булырҙай егет-ҡыҙҙар күп.
Шундай егеттәрҙең береһе - Яңы Усмандан Заһит Ғиззәтуллин. Ул Өфө фән һәм технологиялар университетының 3-сө курсын уңышлы тамамлаған. Тырыш, маҡсатлы егет киләсәктә хәрби инженер буласаҡ.
Уҡыуҙан тыш, спорт менән шөғөлләнә, айырыуса волейбол уйнарға ярата, төрлө ярыштарҙа ихлас ҡатнаша. Ул Бөрйән йәш яҡташтар берлеге рәйесе лә. Ағымдағы йылдың апрелендә генә һайланһа ла, үҙ командаһына дәртле, әүҙем студенттарҙы туплап, төрлө саралар үткәрергә лә өлгөргән.
Күптән түгел “Ижади кис” сараһын ойошторғандар. Йәш, талантлы ике Бөрйән ҡыҙы - Таңсулпан Рәсүл һәм Айгөл Йәмилева менән үткән осрашыу тик йылы тәьҫораттар ғына ҡалдырған. Һәләтле ҡыҙҙар һәм егеттәр үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарын уҡыған, йырҙарын башҡарған.
“Кис ултырыу” сараһы, ғәҙәттә, Аксаков баҡсаһында үтә. Унда йәштәр гитара моңдарына башҡортса йырҙар йырлап күңел аса.
-Яңы ғына ике әүҙем студентты командабыҙға алдыҡ. Көҙгә студенттар уҡырға килгәс, состав тулыланыр тигән өмөттәбеҙ. Әлеге ваҡытта 13 активист эшләй.
Беҙҙең маҡсат – Бөрйән йәштәрен берләштереү, уларҙы насар компанияларға эләгеп китеүҙән аралау, бергә саралар үткәреү, - ти Заһит.
Бөрйән йәштәре төрлө спорт, илһөйәрлек темаһына арналған сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Шулай уҡ бизнес менән шөғөлләнгән ағай-апайҙар менән осрашып, төрлө файҙалы кәңәштәр туплай, йәйгелек Башҡортостандың төрлө матур урындары буйлап сәйәхәт итә.
Дингә ылыҡҡан Заһит йәштәрҙең дә дөрөҫ юл менән барыуҙары өсөн тырыша. Уҡып бөткәс, әрме сафтарына барырға хыяллана.
Артабан уны һауа романтикаһы көтә - ул вертолетта осасаҡ. Һөнәре лә вертолеттарҙы бортта файҙаланыу, осоштоң бөтә этаптарында вертолет һәм уның системалары менән идара итеү, шулай уҡ борт ҡорамалдарын техник хеҙмәтләндереү.
-Йәштәр тырышһындар, уҡыуҙарын икенсе планға ҡалдырмаһындар, ни тиһәң дә, диплом һәр саҡта ла кәрәк. Студент кеше һәр яҡлап үҫешкән булһын. Үҙемә килгәндә, аралашыусан булыуым миңә ярҙам итә. Йәштәр оялып, баҙап ҡалмаһындар, дәртле, ҡыйыу булһындар, - ти Заһит Ғиззәтуллин.
Яҡташтар берлегенең әүҙем йәштәренең береһе Гөлшат Исҡужина - Килдеғол ауылы ҡыҙы. Ул Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты. Гөлшат быйыл 4-се курсты тамамлаған. Буласаҡ эпидемиолог киләсәктә районға ҡайтып эшләргә уйлай.
Йәш яҡташтар берлегендәге уның бурысы видеояҙмалар төшөрөүҙән ғибарәт.
-Социаль селтәрҙәрҙә үҙ төркөмдәребеҙ бар. Унда үткәрелгән һәм үткәреләсәк саралар тураһында мәғлүмәт биреп барабыҙ, - ти Гөлшат.
Ул видеолар, рилстар төшөрөп һалһа, Иҫке Собханғол ҡыҙы Гөлфиә Әхмәтова - копирайтер, матур текстар төҙөй. Аҫҡар егете Байдәүләт Йәрмөхәмәтов - дизайнер, төрлө афишалар, иғландар эшләй.
-Иң әүҙем ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе - Яңы Усман ҡыҙы Гөлсирен Мәзитова. Ул матур йырлай, гитарала уйнай. Тимер ҡыҙы Нурзилә Иҫәнғазина, Яңы Монасиптан Нурзилә Йәғәфәрова, Яңы Собханғол егете Тимур Манаповтар ҙа йырлайҙар, гитарала уйнайҙар, шулай уҡ КВН-да ла ихлас ҡатнашалар, - ти аҡыллы, тырыш Бөрйән ҡыҙы.
Гөлшаттың тағы бер матур шөғөлө бар – ул “Guzal-dance” халыҡ хореография ансамблендә бейей. Ансамбль халыҡ һәм заманса бейеүҙәр башҡара, республиканың төрлө ҡала-райондарында, Мәскәүҙә сығыш яһай.
-Йәштәр үҙҙәрен күрһәтһен, үҫешһен, йәш саҡты иҫтә ҡалырлыҡ, матур итеп үткәрергә ынтылыр кәрәк, - тигән кәңәштәре менән бүлеште Гөлшат.