

Иҫке Монасиптан Фәнил һәм Йәмилә Ҡунафиндарҙың ғаиләһе ҡымыҙ етештереүгә 2012 йылда тотона. Эшләйем тигән кешегә уңайлы урын да табыла - элекке “Ҡыҙыл-таң” колхозының йәйләүен төйәк иткәндәр. Тәүге йылда 7-8 баш йылҡы менән генә эш башлап ебәргән ғаилә хәҙер райондаштарын, туристарҙы, район ҡунаҡтарын тәмле һәм сифатлы эсемлек менән ҡыуандыра.
Быйыл йәйләүгә бер аҙна элек кенә килгән улар.
-Бейәләрҙе һауынға өйрәткәнсе аруҡ ваҡыт үтә. Өҫтәүенә, көндәрҙең ямғырлы тороуы ла тәьҫир итә. Шулай ҙа эште яйға һалып алдыҡ. Әлдә ҡул араһына ингән ҡыҙҙарым бар, йүгереп йөрөп ярҙам итәләр. 15 баш бейә һауабыҙ. Элеккеләй ҡул менән һауыу юҡ, автоматҡа күскәс, эш бермә-бер еңеләйҙе. Ә ҡымыҙҙы, элекке йолаларға таянып, ҡул менән бешеүҙе хуп күрәм.
Ҡымыҙ һораусылар бик күп. Байтаҡ йылдар эшләгәс, даими һатып алыусыларыбыҙ ҙа бар. Туйҙарға, байрамдарға алдан күмәртәләп заказ биреп ҡуялар, - ти бейәләрҙе һауыу һәм ҡымыҙ әҙерләү менән шөғөлләнеүсе Йәмилә Вафир ҡыҙы.
Фәнил һәм Йәмилә Ҡунафиндарҙың уңған һәм бөтмөр ғаиләһендә 7 бала тәрбиәләнә. Өлкән ҡыҙҙары Нурзилә Өфө ҡалаһында йәшәй.
Кейәүҙәре Илшат менән 3 ҡыҙ үҫтерәләр. Икенсе бала – Айгиз дә ғаиләле, Белорет ҡалаһында төпләнгән. Наҙгөлдәре судта секретарь булып эшләй, Динә 11-се синыфты уңышлы тамамлап, юғары уҡыу йортона инергә әҙерләнә. Ислам иһә Белоретта колледжда белем ала. Иң кескәйҙәре – игеҙәктәр Фәнзил менән Фәнзилә 7-се синыфты тамамлаған.
Ҡымыҙ фермаһынан тыш, өйҙә лә мал-тыуары ишле был матур ғаиләнең. Уларға ҡышҡылыҡҡа бесәнде ғаилә башлығы улдары менән әҙерләй. Ҡыҙҙарҙы әсәләре күптән эш рәтенә төшөндөрөп бөткән, үҙҙәре өйҙә булмаһа ла борсолорлоҡ түгел - бар эште лә еренә еткереп башҡарып ҡуялар.
“Эшләһәң, эш ҡарышмай”, тиҙәр Ҡунафиндар. Үҙҙәре егәрле, тырыш булғас, эштәре лә гөрләп алға бара. Бер-береһен тулыландырып, ярты һүҙҙән аңлап тороусы аҙ һүҙле, тыйнаҡ Фәнил ағай менән алсаҡ, илгәҙәк Йәмилә апай боронғолоҡто һаҡлап, киләсәкте хәстәрләп, тормош юлынан ышаныслы атлай.