

Ғәлиәкбәр ауылы Башҡортостаныбыҙҙың армыт-армыт мөһабәт тауҙары араһында, көмөштәй йылтырап ятҡан Нөгөш йылғаһы буйында - хозур тәбиғәттең ожмахтай күркәм урынында урынлашҡан. Ауыл янында ғына ҡуйы урман менән ҡапланған Таҡыясусаҡ тауы теҙмәләре һаҡсылар һымаҡ баҫҡан. Әйтерһең дә, улар ғәлиәкбәрҙәрҙе ыжғыр елдәрҙән, буранлы ҡыштың әсе елдәренән һаҡлар өсөн кәртә итеп ҡуйылған. Икенсе яҡтан һөҙәк кенә, ары бейегәйә барған Ҡалыу тауҙары башлана.
Борон был төбәккә төйәкләнгән бөрйән һәм ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуҙары кешеләре ошо уңайлы урынды тиккә генә һайламаған. Бында урмансылыҡ, мал, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеү һәм ҡош-ҡорт аҫрау өсөн ифрат яйлы. Туғайҙар ҙа, көтөүлектәр ҙә, сабынлыҡтар ҙа етерлек был тирәлә.
Ауылға нигеҙ ҡасан һәм нисек һалыуына бәйле тарихтың ике төрө бар. Һәр хәлдә икеһе лә Баймаҡ районының Темәс ауылынан күсеп ултырған Ғәлиәкбәр Ғәбделмөкминов (1796 й.) тигән кешенең исеме менән бәйле.
Нөгөш йылғаһы буйына хәҙерге Темәс ауылынан Монаш исемле кеше күсеп килә һәм утар һалып, донъя көтә башлай. Күп итеп мал аҫрай, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Шунан күркәм төбәк Монаш янына уның башҡа ауылдаштарын да тарта. Ауыл әкренләп ҙурая, хәлле кешеләр ҙә ишәйә. Байыған һәр кем ауылға үҙенең исемен биреп ҡалдырырға тырышҡан һәм бер ваҡыт талаш-тартыш башланған. Айырыуса иң тәүҙә бында килгән Монаш ныҡ тырышҡан.
Берҙән-бер ваҡыт ул русса уҡый-яҙа белгән Ғәлиәкбәр исемле егетте эйәртеп, Орскиға китә. Монаш, түрәләр менән һөйләшеп, тегеләрҙе майлап-көйләп, ауылға үҙенең исемен бирҙертеү тураһындағы танытманы эләктерергә тырыша. Үҙе уҡый-яҙа белмәгәс, ҡағыҙ тултырыуҙы Ғәлиәкбәргә ҡуша. Ә тегеһе, байҙың тома наҙанлығынан файҙаланып, танытмаға үҙ исемен яҙҙыра. Был хаҡта Монаш ауылға ҡайтҡас ҡына һиҙә. Ошолай килеп сыҡҡан, тиҙәр, Ғәлиәкбәр ауылының исемен (Тыуған яҡты өйрәнеүсе К. Зәйнетдинова, “Еңеү юлында” гәзитендә 1969 йылдың 13 декабрендә баҫылған мәҡәләһе, Раил Байбулатовтың “Сағыл ташта үҫкән ҡарағас” китабында 13-14-се биттәр).
Икенсе төрө. Ауылдың барлыҡҡа килеүен хәтерләп, ауылдың оло кешеһе Ағзам Яхья улы Әминев (1933 йылғы) һөйләүенсә, башҡорттар батша ҡыҫымына сыҙай алмай, ауыр һалымдар, бөлдөргөс һуғыштар, йөҙәрләп, меңәрләп ауылдарҙы яндырыу, башҡорт халҡын аяуһыҙ язалау, талау, уларҙы ҡырыу сәбәпле, сараһыҙҙан, үҙҙәренә ирек эҙләп Темәстән Оло Нөгөш буйындағы Ярыу тамағына - батша шымсылары эҙәрлекләй алмаһын өсөн, тау-ташлы, юлһыҙ яҡҡа ҡасып килеп ултырғандар.
Оло Нөгөштән эскәрәк, Аҫҡараҡ йылғаһы тамағынан үргәрәк инеп (ул ерҙе хәҙер Иҫке ыҙма тиҙәр), кешеләр ишәйә башлағас, Нөгөш ҡабағына сығып ултыра башлағандар.
XX быуат башында Ярыу утарынан (унда 5-6 йортта Әминевтар нәҫеле йәшәгән) Ғәлиәкбәр ауылына күсеп килгәндәр. Нөгөш йылғаһы ҡабағы, тау битләүе тотошлайы менән ағаслыҡ булған (хәҙерге ултырышында). Ошо ағаслыҡты ҡырҡа килә ауыл ҙурая, урам да барлыҡҡа килә.
Ә.З.Әсфәндийәров “Башҡортостандың ауылдар тарихы” китабында, Ғәлиәкбәр ауылы 1850-1859 йылдар араһында барлыҡҡа килә, тип яҙа.
1850 йылғы рәүиздә, Ғәлиәкбәр Ғәбделмөкминов (1796 й.) 54 йәштә, ҡатындары Аҙнабикә (44 йәш), Йәмилә (27 йәш). Беренсе ҡатынынан ҡыҙҙары Сәхипъямалға 9 йәш, Ғәйниямалға 5 йәш, икенсе ҡатынынан ҡыҙҙары Фатимаға 7 йәш, Латифаға 4 йәш, Мәхүпъямалға 3 йәш, тип яҙылған.
Ике ҡатынын да хөрмәт менән ҡараған. Уларҙың һәр береһенән өсәр ҡыҙ бала (1850 йылдарҙан һуң ир балалары була әле) үҫтергәндәр, бер ихатала ағаһы Ҡәҙерғол Ғәбделмәнов (1792 йылғы, 1842 йылда 50 йәшендә үлә), ҡатыны Инсебикә (ул мәлдә – 56 йәш), улы Бағаҙан (14 йәш) йәшәй. Уларҙан Ҡәҙерғоловтар таралған.
Солтанғолов Аҙнабай, Йомағол (Ғәлиәкбәрҙә йәшәгән Баймөхәмәтовтар таралған), Ҡарағол нәҫелдәре 3-5 ихатала йәшәй. Темәс ауылында йәшәгән осорҙа Ҡарағол Солтанғолов (1791 йылғы) 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашып, 1814 йылда Парижғаса етеп, дан яулаған (Ә.З.Әсфәндийәров, “Башҡортостандың ауылдар тарихы” китабы, 110-сы бит). Әлеге ваҡытта Әминев Ағзам Яхъя улы үҙ баҡсаһында тапҡан 1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында бирелгән миҙал һаҡлана.
Бесәнсе Ҡолмөхәмәтов, Бикмөхәмәт, Арыҫланғол Бесәншиндәр атаһы, ике улдары менән 6-8 ихатаны тәшкил иткән.
Бейембәт Ҡайдайҡужин, Хисаметдин Ҡотлоғужин, Ҡобай, Кинйәбулат Таһировтар 9-14 ихатала йәшәгән.
Ғәбит Нийәнсурин (1797 йылғы), Мәүлетбирҙе (1837 йылғы), Ишбулды (1808 йылғы), Әхмәт (1822 йылғы), Ғәбитовтар (1809 йылғы), Ишйәр (1811 й.), Дәүләтҡол Хәлитовтар (1820 й.) – туғандар 15-20 ихатаны тәшкил иткән (хәҙер уларҙан Ғәлиәкбәрҙә, башҡа тарафтарҙа йәшәгән туғандары Ғәбитов, Хәлитов, Сәғитов, Әхмәтовтар таралған).
Йыһанша, Солтан Мөмәтҡужин, Кинйәғол Ырыҫҡужин, Ишмырҙа Мәһәҙиев, Игебай Йәнбәков, Мөхәмәтрәхим Япарғолов, Ғайса Шәриповтар нәҫеле 21-29 ихатаны тәшкил иткән. Баҙарғол Япарғолов 1850 йылда ике йортҡа, Зөлҡәрнәй Ишемғоловтың нәҫеле 11-се йортҡа, йәғни тимерҙәр тәшкил иткән ауылдарға күсерелгән. Йәмғеһе 31 ихатала 58 ир-ат, 56 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. Беҙҙең төбәк Ырымбур губернаһы Верхний Урал өйәҙенең 7-се башҡорт Ҡарағай-Ҡыпсаҡ олоҫона ҡараған.
1850 йылғы рәүиздә Монаш байҙың үҙе һәм нәҫелдәре телгә алынмай. Тимәк, ауыл Ә.З.Әсфәндийәров билдәләгән йылдан алданыраҡ (1834 йылғы рәүиздә Ғәлиәкбәр ауылы телгә алынмай, картала күрһәтелмәй) барлыҡҡа килгән.
1859 йылда 25 өйҙә 148 кеше йәшәй. 1920 йылда ауыл икеләтә ҙурая - 66 өйҙә 337 кеше йәшәгән.
1888 йылда ауылда тәүге мәсет асылып, 246 ир-ат, 196 ҡатын-ҡыҙ йөрөй. Аҡтаев Әҙәһәм Ғүмәр улы имам-мөғәллим, 1890 йылдан мәзин вазифаһын Ғәбитов Усман Мәүлетҡол улы башҡара. 1923 йылда мәзин-мөғәллим вазифаһына Ҡаһарманов Абдрахман Рауил улы билдәләнгән (Мәсеттәр метрикаһынан. № 2746 12.11.1890 й.).
1940 йылда 68 хужалыҡта 324 кеше йәшәһә, ауылдан Айҙарбәков, Айгашкиндәр икенсе урындарға күскән. Алдағы рәүиздә телгә алынмаған фамилияларҙың күптәре икенсе урындарға күсә. Эргәләге күрше-тирә ауылдарҙан: Кәбәс, Ҡалғаһау (Ҡолғона), Кәшәле, Түбәнге, Үрге Нөгөш, Бикташ, Маҡар ауылы Ҡолғанаһынан Бөйөк Ватан һуғышынан алда, унан һуң да яңылары өҫтәлеп, Ғәлиәкбәр ауылы ҙурая.
Ғәлиәкбәр ҡарттың нәҫелдәрен дауам итеүсе улы Йәрмөхәмәт, уның улдары Вәлиәхмәт, Зәйнулла, уның улы Батыргәрәй (ҡыҙы Тамара Аллабирҙина Тимер ауылында йәшәне), уның ул һәм ҡыҙҙары, Йәрмөхәмәт ҡарттың ҡыҙҙары Мәхмүзә, Бәлхийә (1898 йылғы), уның улдары Рәхмәт, Әхмәт (нәҫелдәре Әбделмәмбәт ауылында йәшәй), уның ҡыҙ һәм улдары, Әбдрәхим бабайҙың ҡыҙ һәм улдары, Фатима инәйҙең ҡыҙы Әминә, уның улдары йәшәй. Ғәлиәкбәрҙең ағаһы Ҡәҙерғолдан улдары Әхмәтйән, уның ҡустыһы Мөхәмәтйән, улы Әхмәткирәй, уның улы Зәки (1922 йылғы) – Ишембай районы Этҡол ауылында Ҡәҙерғоловтар таралған. Темәс ауылынан Бөрйәнгә, Тимер ауылына Ҡәҙерғоловтарҙың туғандары килеп ултырған.
1917 йылдың сентябрь аҙаҡтарында ғына Өфө мәҙрәсәһендә уҡыған Хәлитов Хәмит Әнүәр мулла үҙ өйөндә балаларҙы уҡыта башлай, ә ҡыҙҙарҙы ҡатыны Сәжидә уҡыта. Бәхетһеҙлеккә ҡаршы, граждандар һуғышы тулҡыны Ғәлиәкбәргә килеп етә. Ни бары 4 ай ғына уҡығас, 1918 йылдың февраль айында уҡыу эше туҡтатыла. Артабан уҡыу эшен ойоштора алмайҙар.
Граждандар һуғышы туҡтатылыу менән уҡытыу-тәрбиә эшенә иғтибар көсәйә. Ауыл Советының тәүге секретары итеп Сәғитов Ҡәйүм һайланған. Ваҡытында алдынғы ҡарашлы, ауылдарҙа яңыса йәшәргә, Совет власын нығытыуға, яңы тормош төҙөүгә ихлас тотонған Сәғитов Ҡәйүм киләсәк быуынды тәрбиәләүгә, уҡытыу эшенә ныҡ иғтибар иткән. Әнүәр мулланың тәҡдиме менән, волость старшинаһы менән килешкәндән һуң, балаларҙы уҡытыу ойошторолған. Ҡаһарманов Абдрахман Рауил улы Көҙән ауылында Зәки Вәлидиҙең атаһы Әхмәтша хәҙрәттә уҡып, белем алғандан һуң 1923-1924 уҡыу йылы башында Ғәлиәкбәрҙә уҡыта башлай. Уҡыу ғәрәпсә алфавит менән Йәнифә инәйҙең өйөндә ойошторола.
1924-1925 уҡыу йылына беренсе совет мәктәптәре асыла. Ғәлиәкбәрҙә 1925 йылда яңы уҡыусылар ҡабул ителеп, улар ике төркөмдә уҡытылған. Шулай итеп, Ғәлиәкбәр мәктәбе быйыл үҙенең 100 йыллыҡ тарихын билдәләй.
Яңы тормош төҙөүҙә актив етәкселек эшен башҡарғандар:
- Сәғитов Ғәфүр – ауылда порторг, һуңыраҡ район үҙәгендә партия эшендә үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәткән;
- Ғәбитов Әхмәҙулла - ауыл Советы секретары, рәйесе, промколхоз председателе. Эштәге ҙур күрһәткестәре өсөн районда тәүгеләрҙән булып “Ҡыҙыл Байраҡ” ордены менән наградланған.
- Хөснитдинов Әхмәҙи - һуғышҡа тиклем ауыл Советы секретары.
- Сәғитов Самат - һуғышҡа тиклем һәм ҡайтҡас баш бухгалтер һ.б.
1923 йылда Ғәлиәкбәр ауыл Советында 66 йортта 337 кеше, Үрге Нөгөш ауылында - 53 йортта 242 кеше, Түбәнге Нөгөш ауылында 30 йортта 149 кеше иҫәпләнә. Беренсе ауыл Советы рәйесе итеп Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан, белемле Әминев Абдрахман (1879 йылда тыуған) һайлана.
Ғәлиәкбәр ауылынан Бөйөк Ватан һуғышында бөтәһе 39 кеше ҡатнашып, 18-е яу яланында ятып ҡалған, 21-е иҫән-һау ҡайтҡан.
Ғәлиәкбәр ауыл Советынан 93 кеше Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, 45-е яуҙа ятып ҡалған, 48-е иҫән-һау тыуған илдәренә әйләнеп ҡайтҡан.
Бөгөнгө көндә Ғәлиәкбәрҙә Аҫылғужиндар, Аллабирҙиндар, Байғазиндар, Биккининдар, Байморатовтар, Бикешевтар, Бикбаевтар, Баймөхәмәтовтар, Ғәбитовтар, Ғәлиевтар, Ғүмәровтар, Дауытовтар, Дилмөхәмәтовтар, Ишмөхәмәтовтар, Ишбаевтар, Исламбаевтар, Иҫәнғужиндар, Йәнғәлиндар, Күлбаевтар, Ҡаһармановтар, Мөхәмәтовтар, Сәғитовтар, Сабитовтар, Сөләймәновтар, Толомғужиндар, Хәлитовтар, Үтәғоловтар, Юламановтар, Әминевтар, Әхтәмовтар, Әхмәтовтар һ.б. нәҫел-нәсептәр йәшәй. Хәҙер инде улар затынан әллә күпме билдәле шәхестәр - уҡытыусы, нефтсе, урмансы, табиптар, ғалим һәм башҡа һөнәр кешеләре, зыялылар үҫеп сығып, бөтә республикаға таралған. 2004 йылда ауылда 125 хужалыҡта - 500 кеше, 2021 йылда 530 кеше иҫәпләнә.
Эйе, күкһел тауҙар менән уратып алынған ҡаҙан һымаҡ ҡына ергә һыйынып ултырған Ғәлиәкбәр ауылы йылдан-йыл ҙурая, матурая. Асфальт түшәлгән урам буйлап береһенән-береһе күркәм йорттар теҙелгән.
Д. Аллабирҙин,
тарих уҡытыусыһы.