

Шулай ҙа күптәр был яуаплылыҡтан ҡасып, яратҡан йорт хайуандары ишәйеү менән урамға сығарып ташлау, урманға алып барып аҙаштырыу яғын ҡарайҙар. Ошо сәбәпле урамда берәҙәк эт-бесәйҙәр һаны күбәйә. Әгәр ҙә һәр йорт хайуанының хужаһы ваҡытында ветеринар клиникаға мөрәжәғәт итеп, инә енесле хайуандарҙы стерилләү яғын ҡараһа, был проблема булмаҫ ине.
Хайуандарҙы стерилләү берәҙәктәрҙең үрсеүенән ҡотҡарып ҡына ҡалмай, уның ярҙамында хайуандарҙың сәләмәтлеге яҡшыра, ғүмере оҙая һәм, иң мөһиме, был процедура улар өсөн бөтөнләй зарарһыҙ. Таҙартылған инә бесәйҙәр йорттан ситкә сығып китмәй, йоғошло сирҙәр эйәртеп ҡайтмай.
Районда хайуандарҙы кастрациялау һәм стерилләү хеҙмәтен Бөрйән район ветеринария станцияһы күрһәтә. 2025 йылдың беренсе ярты йыллығында ветстанция тарафынан 49 операция үткәрелгән, шуларҙың 5-е - эттәргә, 44-е - бесәйҙәргә. Әйткәндәй, 1 июндән 30 июнгә тиклем ваҡ йорт хайуандарын льготалы стерилләштереү буйынса акция үтә.