Йәмғиәт
26 Июнь 2025, 11:05

“Өйҙәш” сортлы помидор “яҙмышы”

Помидор үҫетереү менән берәүҙе лә аптыратып булмай, билдәле. Ә был помидор беҙҙе аптыратты әле. Уның “яҙмышы” ҡәҙимге түгел.

“Өйҙәш” сортлы помидор “яҙмышы”“Өйҙәш” сортлы помидор “яҙмышы”
“Өйҙәш” сортлы помидор “яҙмышы”

Помидор үҫетереү менән берәүҙе лә аптыратып булмай, билдәле. Ә был помидор беҙҙе аптыратты әле. Уның “яҙмышы” ҡәҙимге түгел.

Редакция тәҙрәһе төбөндә үҫкән гөл һауытына ниндәй яҙмыш менән помидор орлоғо төшкәнен хәҙер бер кем дә әйтә алмай. Ләкин ҡышҡы селләлә “өйҙәш” булып помидор баш ҡалҡытты. Ҡыҙыҡ күреп, йолҡоп ташламаныҡ. Буйға етте был. Шунан сәскә атты. Уны ҡоламаһын өсөн бәйләп ҡуйырға ла уйламаныҡ. Берҙән-бер көн ҡараһаҡ, йоморо ғына төймәсек хасил булған. Үҫкәнен күҙәтә йөрөнөк. Ҙурайҙы был. Һарғылт ҡыҙыл булды. Өлгөрөп, ярылыр сиккә еткәс, аптырап, тегене өҙөп алып, тәрилкәгә һалырға мәжбүр булдыҡ... Уй, тәмлелегее.

Бер алманы... әйй, помидорҙы бишкә бүлеп ҡуйҙыҡ шулай.

Берҙән-бер көн күҙ һалһаҡ, йәнә берәүһе ҙурайып килә. Уныһының яҙмышы ла тәрилкә менән тамамланды.

Ҡыҫҡаһы, шундай фекергә килдек – бынан ары помидор ашайым, тип йәйҙе көтөргә түгел икән. Тәҙрә төбөндә йыл әйләнәһенә помидор үҫтерергә була икән дә баһа!

Әйткәндәй, “өйҙәш”  “етемәгебеҙ” йәнә сәскә атырға йыйына... Ҡайҙан килгән ул? Тамырҙары ҡаҙйа барып тоташа, ырыуы кем – белмәйбеҙ.

 

“Өйҙәш” сортлы помидор “яҙмышы”
“Өйҙәш” сортлы помидор “яҙмышы”
“Өйҙәш” сортлы помидор “яҙмышы”
“Өйҙәш” сортлы помидор “яҙмышы”
“Өйҙәш” сортлы помидор “яҙмышы”
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас