

Наркомания йәмғиәт өсөн үтә хәүефле. Уның менән көрәштә мөмкин булған сараларҙың барыһын да ҡулланыу кәрәк. Шундай сараларҙың береһе - составында наркотик йәки психотроп матдәләр йәки уларҙың ҡатнашмаһы булған үҫемлектәрҙе юҡ итеү. Ер участкалары милекселәре йәки уның менән файҙаланған юридик һәм физик шәхестәр участкаларҙа составында наркотиктар булған үҫемлектәрҙе тулыһынса юҡ итергә бурыслы. Бының өсөн һәр ауыл биләмәһендә наркотиктарға ҡаршы комиссия эшләргә тейеш.
Районда 26 майҙан 26 сентябргә тиклем иҫкәртеү саралары, төрлө рейдтар үтә.
Мәктәптәрҙә, лагерҙарҙа уҡыу йылы барышында үҙ һаулығына яуаплы мөнәсәбәт булдырыуға, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға, бәлиғ булмағандарҙа тәмәке тартыуға, алкоголгә, наркотиктар ҡулланыуға кире мөнәсәбәт булдырыуға йүнәлтелгән иҫкәртеү әңгәмәләре ойошторола. Өлкән синыф уҡыусылары араһында наркотик һәм психотроп матдәләрҙе законһыҙ ҡулланыуҙы иртәрәк асыҡлау маҡсатында ирекле медицина тестары үткәрелә.
Үткән уҡыу йылында тест үткән 800-ҙән ашыу уҡыусы араһынан 35 бала хәүеф төркөмөнә индерелгән. Ҡайһы бер мәктәптәрҙә, айырыуса Иҫке Собханғол, Байназар мәктәптәрендә, тәмәке, атап әйткәндә, вейп тартҡан уҡыусылар булыуы күҙәтелә. Шуныһы үкенесле – ата-әсәләр был турала белә, күрә, хатта үҙҙәре үк вейптарҙы алып бирә. Электрон һәм ғәҙәти тәмәкенең составында йәш организмға насар йоғонто яһаусы матдәләр бар.
Бөгөнгө көндә районда 3 кеше иҫәптә тора. Улар ай һайын дауаханала тикшереү үтеп торорға тейеш булһалар ҙа, килмәгән осраҡтары бар. Быйыл ике протокол төҙөлөп, ғәйеплеләр административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Наркомания тигән хәүефле сиргә ҡаршы берҙәм көрәш алып барырға тейешбеҙ. Юғиһә, йәш быуындың, балаларыбыҙҙың яҡты һәм бәхетле киләсәгенә хәүеф янаясаҡ.