Йәмғиәт
25 Июнь 2025, 04:35

Роберт Мәхмүтов округы ир-егеттәре юлды ремонтлаған

Ҡыпсаҡтар тағы берҙәмлек өлгөһө күрһәткән. Түбәндә исемдәре телгә алынған ир-егеттәрҙең кеме яғыулыҡ менән ярҙам иткән, кеме үҙ техникалары менән сығып, ҙур эш башҡарған.

Роберт Мәхмүтов округы ир-егеттәре юлды ремонтлағанРоберт Мәхмүтов округы ир-егеттәре юлды ремонтлаған
Роберт Мәхмүтов округы ир-егеттәре юлды ремонтлаған

-Үҙән йылғаһының яр буйы - балаларҙың мәктәпкә йөрөгән юлы. Ямғырҙар мәлендә, бигерәк тә яҙғы һәм көҙгө миҙгелдәрҙә, был тирә батҡаҡҡа әйләнә торғайны.

Ошо көндәрҙә шул тирәлә йәшәүсе ағай-эне юлға таш түшәп, тигеҙләп ҡуйҙылар. Шәхси эшҡыуар Рәдиф Батыров 50 литр дизель яғыулығы менән ярҙам итте. Үҙенең тәгәрмәсле тракторының һоҫҡоһо менән Илһам Ғәйнуллин ташты тейәп торҙо. Роберт үҙауҙарғыс машинала ҡырсынды юлға ташып, түгеп йөрөһә, Рәмзи Мөхәмәтғәлин түгелгән ташты Т-40 тракторының көрәге ярҙамында тигеҙләне, - тип хәбәр итәләр Ҡыпсаҡ ауыл хакимиәте төркөмөндә.

Афарин, ҡыпсаҡтар! Берҙәмлектә – бәрәкәт!

Роберт Мәхмүтов округы ир-егеттәре юлды ремонтлаған
Роберт Мәхмүтов округы ир-егеттәре юлды ремонтлаған
Роберт Мәхмүтов округы ир-егеттәре юлды ремонтлаған
Роберт Мәхмүтов округы ир-егеттәре юлды ремонтлаған
Роберт Мәхмүтов округы ир-егеттәре юлды ремонтлаған
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас