Йәмғиәт
21 Июнь 2025, 18:25

VII Түңгәүер ырыуы съезы

Түңгәүер ырыуының тәүге съезы иһә 1994 йылда уҙа. Был ырыу башҡорттарын берләштереүгә, Түңгәүер хәрәкәтен башлап ебәреүгә тарих фәндәре кандидаты, БР-ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Фуат Мырҙағәли улы Сөләймәнов күп көс һала – ырыуҙың тарихын ентекләп өйрәнә, бик күп мәҡәләләр яҙып баҫтыра, төрлө тарафтарҙа йәшәүсе ырыуҙаштарын бөртөкләп йыя.

VII Түңгәүер ырыуы съезыVII Түңгәүер ырыуы съезы
VII Түңгәүер ырыуы съезы

Районда тағы бер ФАП асылды

Аҫҡар ауылында байрам сараһы өр яңы фельдшер акушерлыҡ пунктын асыуҙан башланды. Яңы ФАП “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел звеноны модернизациялау” программаһы буйынса төҙөлдө.

Аҫҡар фельдшер-акушерлыҡ пункты яҡынса 400-гә яҡын кешене хеҙмәтләндерә. Халыҡ һаулығы һағында фельдшер Зөмәрә Әхмәтйәнова һәм теш табибы Гөлиә Йәрмөхәмәтова эшләйҙәр.

Район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин билдәләүенсә, хәҙер ауыл халҡының беренсел медицина ярҙамын уңайлы, заманса шарттарҙа алыу мөмкинлеге тыуҙы.

-Яңы модулле ФАП-тың асылыуы өсөн беҙ тәү сиратта республика Башлығы Радий Фәрит улына рәхмәтлебеҙ. Белеүегеҙсә, һуңғы йылдарҙа бик күп ФАП-тар яңыртыла, дауаханалар асыла. Беҙҙә барлығы 26 ФАП (1 күсмә, 25 стационар) булһа, шуларҙың 15-е модулле. Быйылғы йылда планда тағы 5 ФАП-ты яңыртыу ҡаралған, - тине ул үҙ сығышында.
Фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу хоҡуғы Рәмил Миңлеәхмәт улына, район үҙәк дауаханаһының баш табибы Тимур Рәйес улына һәм Аҫҡар ауылы биләмәһе башлығы Биктимер Зөфәр улына бирелде. Ал таҫмалар балалар менән берлектә киҫелде.

 

ФАП асыу тантанаһынан һуң барыһы ла мәктәп яғына юл тотто. Унда ҡунаҡтарҙы “Бөрйәндә байрам” бейеүе менән “Ялҡын” өлгөлө бейеү ансамбле ҡаршы алды. Йола үтәп милли ризыҡтарҙан ауыҙ иткәндән һуң сараның төп өлөшө – пленар ултырыш башланды. Унда район хакимиәте башлығы Рәмил Миңлеәхмәт улы Абдуллин, Түңгәүер ырыуы ҡор башы Хөрмәтулла Ғаззали улы Үтәшев, Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалы тарих фәндәре кандидаты Фуат Мырҙағәле улы Сөләймәнов һәм Өфө, Баймаҡ, Белорет, Хәйбулла, Йылайыр, Сибай, Бөрйән районынан 81 делегат ҡатнашты.

Түңгәүер ырыуының тәүге съезы иһә 1994 йылда уҙа. Был ырыу башҡорттарын берләштереүгә, Түңгәүер хәрәкәтен башлап ебәреүгә тарих фәндәре кандидаты, БР-ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Фуат Мырҙағәли улы Сөләймәнов күп көс һала – ырыуҙың тарихын ентекләп өйрәнә, бик күп мәҡәләләр яҙып баҫтыра, төрлө тарафтарҙа йәшәүсе ырыуҙаштарын бөртөкләп йыя.

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев ырыу башлығы итеп II съезда - 2007 йылда һайланған. Ул эшләгән осорҙа түңгәүерҙәр республикала бихисап эш башҡарған – мәшһүр йырсы Фәрит Бикбулатов йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйылған, көрәш батыры Ғаззали Үтәшевҡа бюст, Ҡашҡар ауылына нигеҙ һалыусы Ҡашҡар Мамытовҡа стела, арҙаҡлы ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевҡа һәйкәл асылған һәм башҡалар.

Хөрмәтулла Ғаззали улы сығышын ауылдарҙың күркәм, халыҡтың йөҙө яҡты булыуын билдәләп, сараға етди әҙерләнгән ауыл халҡына, район етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәрен еткереүҙән башланы һәм ултырыштың көн тәртибе менән таныштырҙы, Түңгәүер ырыуының һуңғы 5 йыл эсендәге эшмәкәрлегенә байҡау яһаны.

Бөрйән районы түңгәүерҙәренең ҡор башы Мәүлит Мөхәмәтйәнов үҙ сығышында башҡорт телен һаҡлау һәм яҡлау тураһында һүҙ ҡуҙғатты.

-Ҡайҙа ғына барһам да һатыу нөктәләрендә булған яҙыуҙарға иғтибар итәм – күбеһенсә эш ваҡыты, башҡа мәғлүмәттәр тик рус телендә генә яҙыла. Шулай уҡ ер-һыу атамаларында хата киткән осраҡтар ҙа юҡ түгел. Үҙ телебеҙгә битараф булмайыҡ, уны һаҡлап ҡалыу өсөн бар көсөбөҙҙө һалайыҡ, - тине Мәүлит Ырыҫйән улы һәм бер ыңғайҙан Мәһәҙей ауылында газ үткәреү мәсьәләһен күтәрҙе.  

Фуат Мырҙағәле улы Хөрмәтулла Ғаззали улы менән берлектә беренсе оло йыйын үтеүгә 30 йыл тулыу айҡанлы нәшер ителгән “Түңгәүер ырыуы хәрәкәте тарихы” китабының донъя күреүе, ырыуҙың тарихы тураһында һөйләне. Артабан сығыштарҙы һәр райондың ҡор баштары дауам итте.

Пленар ултырыштың аҙағында Түңгәүер ырыуының яңы Советы һайланды. Ҡор башы итеп делегаттар йәнә бер тауыштан Хөрмәтулла Үтәшевты һайланы. Съездың резолюцияһы ҡабул ителгәндән һуң йыйындың штандарты Йылайыр районына тапшырылды.

Ауылда - һабантуй

Оло йыйын хөрмәтенән Аҫҡар ауылында һабантуй байрамы ойошторолдо. Көн дауамында ваҡыты-ваҡыты менән ямғыр яуып алыуына ҡарамай, ауыл халҡы байрам буласаҡ майҙанға дәррәү йыйылды. Һабантуйҙа Түңгәүер ырыуы батыры Ғаззалли Үтәшев иҫтәлегенә милли көрәш, милли йәйәнән уҡ атыу, таш күтәреү һәм башҡа төрлө ярыштар ойошторолдо. Милли көрәштә берәүгә лә бил бирмәй тәүге урынды яулаусы Динар Әлибаковҡа Хөрмәтулла Ғаззали улы тәкә бүләк итте.

Һабантуйҙа ауылдың иң оло ағинәйе Мәхмүзә инәй Ғәлиуллина һәм иң бәләкәй бәпәй Артур Харрасовҡа махсус бүләктәр тапшырылды. Иң төҙөк һәм матур йорт хужалары Илгизәр Ғиззәтуллин, Радис Мырҙабулатов, Ғәзинур Ибраһимов, Әшрәф Ғәлиуллин “Өлгөлө йорт” номинацияһында бүләкләнде.  

Байрамға район мәҙәниәт йорто артистарының, ансамблдәренең, ауыл һәүәҫкәрҙәренең концерты тағы ла йәм һәм күркәмлек өҫтәне.

“Түңгәүер йыйыны” ҡоро сиктәрендә, йыйынды ойошторорға ярҙам итеүсе ҡунаҡтарға һәм әүҙемлек күрһәтеүсе бер төркөм райондаштарға район хакимиәте башлығының, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтайҙың, Хөрмәтулла Ғаззали улының, район мәҙәниәт бүлегенең, район мәғариф бүлегенең  рәхмәт хаттары тапшырылды.  

Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас