Йәмғиәт
19 Июнь 2025, 04:30

Ауыл ҡатын-ҡыҙы

Минең миҫалда ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының бер көнө. Әле был исемлеккә йәшелсә, колорад ҡуңыҙҙары инмәгән. Шаярыу ҡатыш...   Таң атты.Уятҡыс йырлай, Тор, әбей, тип миңә дырылдай; Торғо килмәй, йоҡо килә, Ҡәнәғәтһеҙ ауыҙ бурылдай...

Ауыл ҡатын-ҡыҙыАуыл ҡатын-ҡыҙы
Ауыл ҡатын-ҡыҙы

Таң атты.Уятҡыс йырлай,
Тор, әбей, тип миңә дырылдай;
Торғо килмәй, йоҡо килә,
Ҡәнәғәтһеҙ ауыҙ бурылдай...

Торам, йыуынам да тышҡа сығам,
Ҡояш күптән торған - уянған.
Һыйырҙарым ҡайтып көтөп ята,
Быҙауҙарым шуға ҡыуанған.
Ике быҙау бөгөн байрам итә,
Һыйырҙарға ҡуштым - имһендәр,
Бер һыйырҙы ғына һауып алдым,
Ялҡау тиһәләр, ней, тиһендәр!
Унан һыйырҙарҙы ҡыуып киттем,
Оло юлдан ҡыуып төшөрҙөм;
Һарыҡтарҙы ҡыуҙым, өйрәктәргә
Кистән ризыҡ әҙер - бешерҙем.
Һоһаланып ашап, был мәскәйҙәр
Йылғаға, тип, тороп саптылар,
Йылға төбө - һаҙлыҡ, ылымыҡтар,
Кәрәк аҙыҡтарын таптылар.
Өйгә индем.Һигеҙенсе ярты.
Сепаратты бөгөн бормайым.
Сәй ҡайнаны.Бутҡа бешеп сыҡты.
- Улым, ниңә һаман тормайың? -
Тип, уятып малайғыналарҙы
Ашаттым да, эшкә оҙаттым;
Ҡашығаяҡ йыуып, ит үткәрҙем,
Иҙәндәрҙе йыуып, таҙарттым.
Магазинға барып килдем шунан,
Кәртүк бөткән, эре һуған да;
Сәғәткә күҙ һалһам, әбит еткән,
Иртә икән, тиеп, торһам да..
Ҡалған аш та бара ҡарттарға, тип,
Икебеҙгә шуны йылыттым,
Намаҙ ваҡыты ла үтеп киткән,
Тағы һуңлап киттем - оноттом.
Күк күкрәне.Минең иң ҡурҡҡаным,
Бөтә нәмәләрҙе һүндерҙем.
Башта - яулыҡ, аяҡтарҙа - ойоҡ,
Башым саҡ күренә мендәрҙән.
Ярай әле, оҙаҡ һуҙылманы,
Айн момент үтте йәшене,
Ямғыры ла бөттө, мин дә сыҡтым
Ҡасып ятҡан ерҙән, йәшенеп.
Батырға ла ял кәрәк, тинем дә,
Телефонды алдым ҡулдарға,
Һеҙҙең яҙғандарҙы уҡыным да,
Күҙ ташланым башҡа юлдарға.
Сәғәт дүрттә өйрәктәрҙе эҙләп,
Һыу буйҙарын оҙаҡ ҡыҙырҙым,
Был өйрәктәр бигрәк әрһеҙҙәр шул,
Ныҡ айырылалар ҡаҙҙарҙан.
Саҡ - саҡ ҡына эҙләп табып алып,
Һыу эсенән көскә сығарҙым,
Бейек үлән, һаҙаматлы ерҙәр
Сығарҙылар мине сабырҙан.
Ҡайта һалып, кәртүк тураным да,
Фаршты ҡушып баҫтым бәлешкә,
Малайҙарға итле ризыҡ кәрәк,
Йә итле аш, йәки пирәшки.
Бәлеш эшләп, духовкаға тыҡтым,
Һарыҡ эҙләп киттем бешкәнсе,
Йыл да һарыҡтарҙы бөтөрәм, тим,
Онотола ҡыштар үткәнсе.
Мин ҡайтҡансы бәлеш бешеп сыҡҡан,
Тәмле еҫе өйгә таралған.
Эй үҙебеҙ тәмле яратабыҙ,
Ҡатын - ҡыҙҙар шулай яралған.
Һәүкәштәрем ҡайтты.
Быҙауҙарым
Миңә тағы рәхмәт әйттеләр,
Шапылдығы сығып, әсәләрен
" Һә " тигәнсе имеп бөттөләр.
Бөгөнгө эш көнө тамам булды,
Аяҡ - ҡулдар бер аҙ бушаны,
Телефонды алып, һеҙгә , дуҫтар,
Отчетымды яҙа башланым.
Бына шулай үтә минең көнөм,
Бик ризамын ошо тормошҡа,
Ауыл ере, ауыл тормоштары
Самый ғына минең булмышҡа!
Аллаһ Тәғәләбеҙ һаулыҡ бирһен,
Оҙаҡ йылдар эшләп йәшәргә,
Беҙ үрнәкбеҙ беҙҙең балаларға,
Ейән - ейәнсәргә - йәштәргә!

Флүрә Йомағужина.

Ауыл ҡатын-ҡыҙы
Ауыл ҡатын-ҡыҙы
Автор:
Читайте нас