Йәмғиәт
17 Июнь 2025, 09:45

“Шүлгән-Таш” ҡурсаулығында – “тәмле” күргәҙмә

“Шүлгән-Таш” дәүләт тәбиғәт  ҡурсаулығының музей-экскурсия комплексында ғәҙәти булмаған күргәҙмә эшләй. Унда алабуталы икмәк, бәпембә сәйе тәмләп ҡарарға мөмкин...

 “Шүлгән-Таш” дәүләт тәбиғәт  ҡурсаулығының музей-экскурсия комплексында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланған ғәҙәти булмаған күргәҙмә эшләй. Ул “Халыҡҡа тере ҡалырға ярҙам иткән үҫемлектәр” тип атала.

Күргәҙмәнең тәүге көндәрендә ҡурсаулыҡ ҡунаҡтары файҙалы һәм ашарға яраҡлы ҡырағай үләндәр менән танышҡан. Хәйер, танышып ҡына ҡалманы, уларҙан әҙерләнгән ризыҡтарға дегустация ла үткәргән. Мәҫәлән, бәпембә сәйе эсеп, һуғыш йылдары рецебы буйынса бешерелгән алабута ҡушылған ҡамыр ризығын тәмләп ҡарағандар. Ҡуҙғалаҡлы ҡоймаҡ та бик оҡшаған.

-Һуғыш, аслыҡ йылдарында кешеләрҙе үлемдән ҡотҡарған үҫемлектәрҙең шифалыларын һәм ризыҡ булараҡ ҡиммәте булғандарын ғына йыйҙыҡ. Ә ундай үләндәр бихисап, - тип хәбәр итәләр ҡурсаулыҡтың телеграм-каналында.

-Килеүселәргә был күргәҙмә бик оҡшай. Күптәр үҙҙәренең аяҡ аҫтында ғына шулай күп һәм төрлө файҙалы үҫемлектәр үҫкәнен белмәгән дә булған. Күргәҙмәне киләсәктә тағы ла киңәйтергә һәм яңы, ҡыҙыҡлыраҡ мәғлүмәттәр менән тулыландырырға ниәтләйбеҙ, - тиҙәр ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре.

Күргәҙмә һәр аҙнаның йома, шәмбе, йәкшәмбе көндәрендә эшләй.

Сығанаҡ:

Государственный заповедник "Шульган-Таш"

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас