

Район хакимиәтендә сираттағы киңәйтелгән оператив кәңәшмәлә райондағы оператив хәл торошо, һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡҡа медицина хеҙмәтләндереүе өлкәһендәге ағымдағы хәл, Иҫке Собханғол, Ҡыпсаҡ һәм Ҡолғана ауыл биләмәләрендә төҙөкләндереү эштәренә, профилактик группалар эшмәкәрлегенә, “Инцидент-менеджмент” системаһы эшенә бәйле һорауҙар ҡаралды.
-Көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе - халыҡты хәүефһеҙ һыу инеү миҙгеле менән тәьмин итеү. Районда йыһазландырылған 3 пляж эшләй: Иҫке Собханғол ауылында, Мораҡ туғай ерлегендә, Мәндәғол ауылында. Йәнә 15 ауылда һыу инеү урындарын ойошторола. Рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инеү тыйыла. Күперҙән һыуға һикерергә яратҡан балаларҙың ата әсәләренә өндәшәм, хәүефһеҙлек темаһына балаларығыҙ менән етди һөйләшегеҙ, нимә ярай, нимә ярамай икәнен ныҡлап аңлатығыҙ. Ғөмүмән, балаларҙы яңғыҙҙарын һыу инергә ебәрмәгеҙ, һыу буйында ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.
Янғындар район өсөн актуаль тема булып тора. Үткән аҙнала беҙҙә 2 янғын осрағы теркәлгән. Көндәр эҫе, ҡоро торғанда ут менән һаҡ эш итегеҙ. Ошондай ваҡытта күрәләтә ҡый, ағас ҡалдыҡтарын үртәгән кешеләр булыуы, уларҙың вайымһыҙлығы аптырата, әлбиттә.
Әбйәлил, Баймаҡ һәм Бөрйән урмансылыҡтары биләмәһендә янғынға ҡаршы сикләү 6 июлгә тиклем оҙайтылғанын да иҫегеҙгә төшөрөп китәм.
Ауылдарҙың, эргә-тирәбеҙҙең таҙалығы, төҙөклөгө тураһында һорауҙар йыш күтәрелә. Йәйге ял миҙгелендә, туристар күпләп килгәндә, был мәсьәлә айырыуса киҫкен тора. Аҙна һайын үткәрелгән таҙалыҡ акциялары ғына уны хәл итә алмай. Туризм өлкәһендә эшләүсе эшҡыуарҙар ҙа үҙ эштәренә яуаплы ҡарарға, туҡталҡаларҙа ял итергә барлыҡ шарттарҙы булдырырға тейеш. Таҙалыҡ һәр кешенең үҙенән башлана - район халҡын һәм ҡунаҡтарын ял иткән урындарҙы таҙалап, тәртиптә ҡалдырырға саҡырам, - тине район етәксеһе Р. Абдуллин.
Сығанаҡ:
Рамиль Абдуллин