

5 йыл Өфөлә эшләгәндән һуң, Илүзә эшҡыуарлыҡ менән ҡыҙыҡһына башлай.
-“Ритм” тигән магазинда дискылар һатып торҙом. Шул саҡта үҙем дә һатыу менән шөғөлләнергә уйлай башланым. 2007 йылда һуңғы эш хаҡымды йыйып, Ишембай трикотажынан ике пакет әйбер алып ҡайттым. Тыуған ауылымда ҡуртымға бәләкәй генә бүлмә алып, сауҙа ойоштороп ебәрҙем. Сифатлы әйберҙәр булғас, халыҡ тауарҙы оҡшатты. Дәртләнеп киттем - шәхси эшҡыуарлыҡ асып, кесаҙна һайын такси яллап район үҙәгенә һатыу итергә сыға башланым, - ти Илүзә.
Көҙ яҡынлашҡан һайын тышта һатып тороуҙың ауырға төшәсәген аңлаған йәш эшҡыуар Байназарҙағы магазинын ябып, майҙаны 6 квадрат метр ғына тәшкил иткән бүлмә алып, эшен район үҙәгендә дауам итә.
-Сауҙа һәйбәт барҙы. Әйберҙәрҙе Екатеринбургтан ташыныҡ. Төрлө йүнәлештәрҙе ҡулланып ҡараныҡ – халыҡҡа балалар, ҡатын-ҡыҙҙар кейеме лә тәҡдим иттек. Тиҙҙән майҙаны 36 квадрат метр булған магазин асып, 10 йыл тирәһе аяҡ кейемдәре һатыу менән шөғөлләндек.
2021 йылда “Пятёрочка” магазины асылды. Унда 100 квадрат метр урын бар икәнен белгәс, тәүәкәлләргә булдыҡ. Магазин асылыуға бер ай ғына ваҡыт ҡалған ине. Беҙгә, ҡабаланмағыҙ, тиһәләр ҙә, беҙ “Пятерочка” менән бергә асылырға ашыҡтыҡ.
Таңғы сәғәт 7-лә тауарҙы теҙҙек. Байтаҡ ҡына күренгән тауар ҙур бинала әҙ генә кеүек тойолдо.
Шул саҡ: “Кем бында йөрөһөн, алыҫ магазин кемгә кәрәк”, тип илап торғанымды хәтерләйем. Әммә һатып алыусыларыбыҙға рәхмәт, беҙҙе тәүге көндән үк ҡеүәтләнеләр. Шул мәлдән алып үҙем дә, Вадим да ныҡлы эшләнек. Халыҡтың ихтыяжын аңларға кәрәк бит. Ваҡыт үтеү менән төп ассортимент билдәләнде, - ти йәш булыуына ҡарамаҫтан, ҙур ғына тәжрибә туплаған эшҡыуар.
Иҫәнгилдиндарҙың “Хозмаркет” исеме аҫтында эшләп килгән магазиндары үҙенсәлекле тип әйтергә кәрәк, сөнки районда беренселәрҙән булып улар ялһыҙ, тәнәфесһеҙ эшләй башланы.
Магазин шулай уҡ байрамдарҙа ла асыҡ була. Йәштәр 4 кешегә эш урыны булдырған. Һатыусылар смена менән иртәнге 10.00 сәғәттән киске 22.00 сәғәткә тиклем эшләй. Магазинда көндәлек бөтә әйберҙәр ҙә бар - хужалыҡ тауарҙары, һауыт-һаба, уйынсыҡтар, эш ҡоралдары, бүләктәр һәм башҡалар.
-Һеҙҙә рәхәт, ҡапыл ғына кәрәк әйберҙе инә һалып алырға була, бөтә нәмә бар, тип маҡтап-маҡтап сығып китәләр. Йылы һүҙҙәрҙән күңелгә рәхәт булып китә. Сөнки беҙ үҙебеҙ өсөн генә эшләмәйбеҙ, халыҡҡа файҙалы, кәрәкле әйберҙәр һәр саҡ ҡул аҫтында булһын тип тырышабыҙ, - ти Илүзә.
Йәй көнө туризмға бәйле тауарҙар ныҡ үтә. Туризм, тигәндән, һатыуҙан тыш, Илүзә туристик агентлыҡ менән дә шөғөлләнә. Рәсәй, сит илдәр буйлап сәйәхәт итергә хыялланған райондаштар өсөн ул ысын табыш тип әйтһәң дә була. Сөнки ял итергә теләп тә, аҡсаларын ситкә, белмәгән кешегә күсерергә ҡурҡҡандар тура Илүзәгә (89371588398) мөрәжәғәт итә ала. Илүзәнең был эше рәсми документтар менән нығытылған. Ул ышаныслы туроператорҙар менән килешеүҙәр төҙөгән.
-Төркиәгә, Египетҡа турҙар алалар. Әйткәндәй, тәүге клиенттарым да Бөрйәндән. Был бик ҡыуаныслы, - ти.
Әлбиттә, берҙәм, икең дә бер йүнәлешкә ҡарағанда ғына уңышҡа өлгәшергә була икәнлеген яҡшы белә улар. Илүзәнең ышаныслы тормош иптәше, таянысы булған Вадим уның башланғыстарын һәр саҡ хуплап тора.
-5 һәм 1 йәшлек бәләкәй ҡыҙҙарыбыҙ бар. Тауарға ла, сәйәхәттәргә лә, ғөмүмән, бөтә ергә лә уларҙы үҙебеҙ менән бергә алып йөрөйбөҙ, эш мәлендә алмашлап ҡарайбыҙ. Балалар ҙурайһа, шунан барырбыҙ, тимәйбеҙ. Төркиәгә, Таиландҡа, Вьетнамға, Египетҡа барҙыҡ.
Нисектер туризм өлкәһе миңә яҡын була башланы. Статустарымды ҡараған кешеләр: “Их, барырға ине”, тип яҙалар. Унан мин үҙем уҡып алырға ҡарар иттем. Беренсе аҙнала уҡ турҙар һата башланым. Шулай уҡ блог алып барам, унда барыһын да күрһәтәм. Эш менән генә булырға кәрәкмәй, райондаштарымды яңы донъяны, төрлө ерҙәрҙе, сит илдәрҙе ҡарап, ял итеп ҡайтырға саҡырам, - ти дәртле, алдынғы ҡарашлы райондашыбыҙ.
Илүзә тағы бер ҡыуанысын йәшерә алмай. Ул да булһа, һатыуҙың яңы йүнәлеше – Вайлдберриз маркетплейсы аша тауар һатыуҙы үҙләштергән ул.
-Бер ай шәхси дәрестәр алып, уҡыным. Әлеге ваҡытта маркетплейста 7-8 төрлө тауарым бар. Тәүҙә 3-шәр берәмек кенә ҡуйҙыҡ. Анализлап ҡарағандан һуң, тауарҙарҙың һанын арттырҙыҡ. Унда беҙ балалар өсөн металл конструкторҙар тәҡдим итәбеҙ. Баҡтиһәң, Бөрйәндә селлерҙар әлегә юҡ икән. Селлер – ул, икенсе төрлө әйткәндә, маркетплейс аша тауар һатыусы тигәнде аңлата. Бөгөн күбеһе интернет-магазиндарҙан әйбер ала. Шуға ла йәштәр шул кимәлгә сыҡһын, ошо өлкәлә үҙҙәрен һынап ҡараһындар. Илдең төрлө нөктәләренән беҙҙең тауарҙы алһалар, шәп бит, - тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Илүзә.
Иҫәнгилдиндарҙың МХО-ға әүҙем ярҙам итеүҙәрен дә телгә алырға кәрәк. Тәүге мәлдәрҙән үк ирекмәндәр менән йыйылышып, гуманитар ярҙам ебәрҙеләр.
-Илнур ҡәйнешем МХО-ла вафат булғас, нығыраҡ тырыша башланыҡ. Матди яҡтан да, әйберләтә лә ярҙам итергә ынтылып торабыҙ. Мәҫәлән, маскировка селтәрҙәрен өлгөртә алмайҙар. Шуға тауарға барғанда уны ла алып ҡайтып бирәбеҙ, - ти шул уҡ ваҡытта әүҙем ирекмәнлек эшен дә алып барыусы Илүзә.
-Әгәр ҙә кешенең маҡсаты, теләге булһа, барыһын да булдыра. Бер тапҡыр ғына бирелгән ғүмер эсендә матур итеп йәшәргә ынтылыр кәрәктер тип уйлайбыҙ. Ятҡан таш мүкләнә, тиҙәр бит. Шуға үҙеңдең үҫешең, балаларыңдың киләсәге өсөн тырышырға кәрәк, - тигән теләктәрен еткерҙе әңгәмәсем.
Магазин тип кенә туҡтап ҡалмай, артабан да үҫешергә ынтылған маҡсатлы, уңған ғаиләгә киләсәктә лә уңыштар насип булһын. Ә, иң мөһиме, үҙҙәренә булған ышанысты юғалтмаһындар.