Йәмғиәт
10 Июнь 2025, 10:00

Флүр Ғазиндың “Урал батыр эҙҙәренән” исемле яңы китабы донъя күрҙе

"Эпосты донъяға танытыуҙы дауам итеү, уны уҡырға ынтылһындар, фотолар менән бергә бирелһә уҡыуы ҡыҙыҡлыраҡ та булыр тигән уй-ниәт менән был китапты сығарҙым".

Флүр Ғазиндың “Урал батыр эҙҙәренән” исемле яңы китабы донъя күрҙеФлүр Ғазиндың “Урал батыр эҙҙәренән” исемле яңы китабы донъя күрҙе
Флүр Ғазиндың “Урал батыр эҙҙәренән” исемле яңы китабы донъя күрҙе

“Урал батыр” эпосында донъяның, йыл миҙгелдәренең барлыҡҡа килеүе, кешенең ниндәй урын биләүе һүрәтләнеүен, сюжеттың Урал тауҙарынан, тәбиғәттән айырылғыһыҙ булыуын күҙ уңында тотоп, билдәле фоторәссам сюжет линиялары буйынса уникаль фотохикәйә төҙөгән. Этнограф Зәкирйән Әминевтың инеш һүҙе менән башланған китапта “Урал батыр” эпосы тулы вариантта башҡорт һәм рус телендә бирелгән.

-“Урал батыр” эпосын китап магазиндарында табырлыҡ түгел. Шуға күрә лә эпосты донъяға танытыуҙы дауам итеү, уны уҡырға ынтылһындар, фотолар менән бергә бирелһә уҡыуы ҡыҙыҡлыраҡ та булыр тигән уй-ниәт менән был китапты сығарҙым. “Урал батыр” эпосы Бөрйән ерлегендә тыуғас, фотоларҙа күбеһенсә Бөрйән тәбиғәте, шулай уҡ Учалы, Баймаҡ, Белорет ерҙәре лә бар, - ти Флүр Сабирйән улы.

Китап 1000 дана менән баҫыласаҡ. Әйткәндәй, талантлы райондашыбыҙ 1 июндә Өфөлә үткән “Китап” байрамында ҡатнашты. Унда бөгөнгө көнгә баҫылған 55 китаптың 40-ы һатылған да инде.

Флүр Ғазиндың “Урал батыр эҙҙәренән” исемле яңы китабы донъя күрҙе
Флүр Ғазиндың “Урал батыр эҙҙәренән” исемле яңы китабы донъя күрҙе
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас