Йәмғиәт
4 Июнь 2025, 03:45

Сүплектәр нисек барлыҡҡа килә?

Р. Абдуллин, Бөрйән районы муниципаль район хакимиәте башлығы: -Сүплектәр, контейнер майҙансыҡтарында йыйылған сүп-сар – иң көнүҙәк темаларҙың береһе. Рөхсәтһеҙ сүплектәр үҙҙәренән-үҙе барлыҡҡа килмәй. Уларҙы районда йәшәүселәр үҙҙәре барлыҡҡа килтерә, әлбиттә, барыһы ла түгел. Был проблеманың нигеҙендә - вайымһыҙлыҡ һәм, шулай уҡ, бының эҙемтәләрен аңламау ҙа булырға мөмкин. Контейнер майҙансыҡтарына килгәндә...

Сүплектәр нисек барлыҡҡа килә?Сүплектәр нисек барлыҡҡа килә?
Сүплектәр нисек барлыҡҡа килә?

Р. Абдуллин, район хакимиәте башлығы:

-Сүплектәр, контейнер майҙансыҡтарында йыйылған сүп-сар – иң көнүҙәк темаларҙың береһе.
Рөхсәтһеҙ сүплектәр үҙҙәренән-үҙе барлыҡҡа килмәй. Уларҙы районда йәшәүселәр үҙҙәре барлыҡҡа килтерә, әлбиттә, барыһы ла түгел. Был проблеманың нигеҙендә - вайымһыҙлыҡ һәм, шулай уҡ, бының эҙемтәләрен аңламау ҙа булырға мөмкин.

Контейнер майҙансыҡтарына килгәндә, һәр кем ҡалдыҡтарҙы утилләштереү буйынса ҡануниәт талаптарын үтәргә бурыслы.
Федераль законға ярашлы контейнерҙарға һалырға мөмкин булған ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары иҫәбенә аҙыҡ ҡалдыҡтары, аҙыҡ-түлек һәм башҡа тауар ҡаптары, аяҡ кейеме һәм өҫ кейеме, полиэтилен, ҡағыҙ, ҡатырға, быяланан һәм пластиктан, металдан шешәләр, һәм башҡа көнкүреш сүп-сары инә. Шулай уҡ ҙур габаритлы сүп-сарҙы - мебель, көнкүреш техникаһы, ваҡ ( ағымдағы) ремонттан ҡалған ҡалдыҡтарҙы контейнер майҙансығында ҡалдырырға мөмкин.

Төҙөлөш ҡалдыҡтарын (ватылған кирбес, бетон ҡалдыҡтары, таҡта, бүрәнә һ.б.), бысып ташланған ағас ботаҡтары, ҡойолған япраҡтар, тиреҫ, тиҙәк һәм йорт хайуандарын аҫрау һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән башҡа органик матдәләрҙе ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн тәғәйенләнгән контейнерҙарға һалырға һәм контейнер майҙансығында йыйырға ярамай.
Хөрмәтле райондаштар, шулай уҡ сүп-сарҙы ташлап, тәбиғәтте ҡыйламайыҡ. Дөйөм ҡабул ителгән ҡағиҙәләрҙе боҙоу осраҡтарын күрһәгеҙ, уны туҡтатығыҙ, башҡаларҙы иҫкәртегеҙ!
Һәр кем тирә-яҡ мөхит өсөн үҙ яуаплылығын аңларға һәм уның таҙа һәм матур булыуына үҙ өлөшөн индерергә, киләсәк быуындар өсөн дә ошо матурлыҡты һаҡлап ҡалыуҙы ҡайғыртырға тейеш.

Сығанаҡ: Рамиль Абдуллин.

Сүплектәр нисек барлыҡҡа килә?
Сүплектәр нисек барлыҡҡа килә?
Сүплектәр нисек барлыҡҡа килә?
Сүплектәр нисек барлыҡҡа килә?
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас