

-Һуңғы 4 ай эсендә республика биләмәһендә балалар ҡатнашлығында 101 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Уларҙа 2 бала һәләк булған, 108-е төрлө ауырлыҡтағы тән йәрәхәттәре алған.
Акцияның төп маҡсаты - юлдарҙа балалар менән бәйле фажиғәләрҙе кәметеү, балаларҙың иҫтәрендә төп юл ҡағиҙәләрен ҡалдырыу.
Был көндәрҙә беҙҙең экипаждар белем биреү учреждениеларына, балаларҙың ял итеү урындарына яҡыныраҡ буласаҡ. Төп иғтибар балаларҙы автомобилдә, автобустарҙа йөрөтөү ҡағиҙәләрен үтәүҙе тикшереүгә йүнәлтеләсәк. Шулай уҡ йәш водителдәргә лә иғтибар артасаҡ.
Хөрмәтле водителдәр, ата-әсәләр. Балаларға иғтибарлы булығыҙ. Юлда балаларға үҙегеҙ өлгө күрһәтегеҙ. Закон менән билдәләнгән нормаларҙы боҙмағыҙ, - тип белдерҙе Дәүләт Автоинспекцияһы идаралығы начальнигы В. Севастьянов.