

Һуңғы ҡыңғырау тантанаһы асыҡ тип иғлан ителгәс, Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм райондың флагын күтәреү хоҡуғы уҡыу алдынғылары Илнар Сәлихов, Эльмир Хәлиуллин һәм Нурия Хәлиуллинаға бирелде. Артабан уҡыусыларҙы район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин, мәктәп директоры, БР-ҙың мәғариф алдынғыһы Әхәт Әбдрәхимов, Беренселәр хәрәкәте бүлексәһе белгесе Гүзәлиә Төлкөбаева ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Директор урынбаҫары, РФ-ның мәғариф алдынғыһы Флүрә Ғүмәрова сығарылыш класс уҡыусыларын дәүләт имтихандарына индереү тураһында бойороҡ менән таныштырҙы, ата-әсәләр исеменән изге теләктәрҙе, өгөт-нәсихәттәрҙе Ирек Шәмиғолов еткерҙе.
Тантана барышында физика фәне буйынса Башҡортостан кубогы еңеүселәре Илмир Вәлитов һәм Арслан Күлбаев, Бөтә Рәсәй уҡыусылары һәм студенттары араһында үткәрелгән Аҡмулла олимпиадаһында икенсе йыл рәттән еңеү яулаусы Илтимер Мырҙағолов грамоталар менән бүләкләнде.
Ун беренселәр был тулҡынландырғыс һәм мөһим көнгә ихлас әҙерләнгән. Башҡарылған йырҙар, бейеүҙәр, шиғырҙар уларҙың берҙәм, татыу, бар яҡтан да һәләтле балалар икәнен тағы бер ҡат иҫбатланы. Бар интернет селтәрен шаулатҡан “Гөлнәзирә” бейеүе үҙе генә ни тора?!
“Һуңғы ҡыңғырау”ҙа башҡорт бейеүен башҡарыу – уҡыусыларҙың үҙҙәренең инициативаһы. Мәктәптә, районда үткән бөтә сараларҙың биҙәге булған бейеүсе ҡыҙҙар һәм егеттәр дәртле, рухлы бейеүҙәре менән район халҡын ғына түгел, тотош республика халҡын һоҡландырҙы, ҡырҙа йәшәүсе милләттәштәребеҙҙә ғорурланыу тойғоһо уятты. Ә улар мәктәп вальсын башҡарғанда күҙҙәре йәшкә сыланмаған кеше ҡалмағандыр.
Бына уҡыусыларға йәйге каникулдар башланыуын, ә сығарылыш синыф уҡысыларына үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫыуҙарын иҫкәртеп һуңғы ҡыңғырау сыңы яңғыраны. Әле улар алдында мөһим һынауҙар – берҙәм дәүләт имтихандары. Һәләтле, тырыш уҡыусыларҙың имтихандарҙы уңышлы тапшырып, юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеп, тормош юлында үҙ урындарын табып, илебеҙгә кәрәкле шәхестәр булып китеренә шик юҡ.
А. Уразаева.