

Был ылау менән егеттәргә 4 автомобиль, 2 күсермәле мунса, мотоцикл барҙы. Шулай уҡ маскировка селтәрҙәре, тепловизор, дрондар детекторы, төнгө күреү приборы, бензогенератор, газ баллондары, кәрәҙле телефондарға пауэрбанктар, дарыуҙар, шәхси гигиена әйберҙәре һәм яугирҙарға үҙҙәренең һорауҙары буйынса йыйылған башҡа кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ-түлек, шәхси посылкалар ебәрелде.
-Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға ярҙам итеүгә ихлас үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә оло рәхмәт һүҙҙәрен белдерәм. Ылауҙы күмәк көс менән тиҙ арала тейәүсе “Алға” такси хеҙмәте, шәхси эшҡыуар Марат Бакиров командаһына, Хәрби-диңгеҙ флоты, хәрби хәрәкәттәр, Рәсәй гвардияһы ветерандарына, ирекмәндәргә рәхмәт, - ти район хакимиәте башлығы Р. Абдуллин.
Был юлы ярҙамды район ветерандар Советы рәйесе Олег Ғәлиев, Ҡолғана ауыл хакимиәте башлығы Илшат Ҡолбирҙин, водителдәр Рәмил Минһажев һәм Рөстәм Яхин оҙатып китте.