Йәмғиәт
24 Май 2025, 10:15

Еребеҙҙе йәмләп йәшәйек

“Атайсал” проектында ҡатнашыусы изге күңелле райондаштарыбыҙҙың береһе, Иҫке Монасип ауылының ветерандар советы рәйесе Рәжәп Ҡунафин да Ватанды һаҡлаған яҡташтарыбыҙға ярҙам итеүҙән ситтә ҡалмаған.

Еребеҙҙе йәмләп йәшәйекЕребеҙҙе йәмләп йәшәйек
Еребеҙҙе йәмләп йәшәйек

Өфөлә дүртенсе тапҡыр “Атайсал – Ватан көсө” республика форумы үтте. Ҙур сара бөтә республиканан һәм унан ситтә йәшәгән меңгә яҡын кешене йыйҙы. Уларҙы бер нәмә берләштерә – тыуған еренә ярҙам итеү теләге.

Республикала “Атайсал” проекты 2021 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың инициативаһы буйынса башланғайны. Ошо ваҡыт эсендә унда 7500-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан, 31 меңдән күберәк проекттар тормошҡа ашырылған. Уларҙың дөйөм суммаһы – 1 миллиард 750 миллион һумдан ашыу.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, проект артабан үҫешә һәм үҙенең форматын киңәйтә.

Махсус хәрби операция башланғас тыныс “Атайсал” проекты ла үҙгәрҙе. Хәҙер ул бәләкәй ватанына ярҙам иткән кешеләрҙе генә түгел, ә яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүселәрҙе лә берләштерә.

“Атайсал” проектында тормошҡа ашырылған изге эштәр исемлеге бик ҙур: 950-гә яҡын балалар һәм спорт майҙансыҡтарын йыһазландырылған, 500-ҙән ашыу мәсет һәм сиркәү төҙөлгән һәм ремонтланған. Меңгә яҡын ҡәберлек, 2000-дән ашыу һәйкәл һәм обелиск тәртипкә килтерелгән. Йөҙҙәрсә саҡрым юл ремонтланған. 900-ҙән ашыу шишмә төҙөкләндерелгән. 15 меңдән ашыу мөһим саралар үткәрелгән.

“Атайсал” проектында ҡатнашыусы изге күңелле райондаштарыбыҙҙың береһе, Иҫке Монасип ауылының ветерандар советы рәйесе Рәжәп Ҡунафин да Ватанды һаҡлаған яҡташтарыбыҙға ярҙам итеүҙән ситтә ҡалмаған.

Ул улы Заһит менән бергә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәргә УАЗ автомашинаһы тапшырған. Әйткәндәй, машина әле лә сафта. Даими рәүештә матди ярҙам да күрһәтә ул.

Изге эшкә өлөш индереүгә ауылдаштарын да йәлеп итә алған Рәжәп Мостафа улы. Ауылының һәүәҫкәр артистары менән бер нисә ауылда хәйриә концерттары ойошторған.

Ауылы өсөн янып-көйгән депутат уның тирә-яғын тәртиптә тотоу өсөн бар көсөн һала. Күптән түгел зыяратты, ауылдың үр яғын тәртипкә килтереү, “Хисам ҡотоғо” янын таҙалау, кәртәләү маҡсатынан өмәләр ойошторған. Эшкә дәррәү ҡушылған ауылдаштары, туғандары әле лә ауылдың эргә-тирәһен тәртиптә тоторға тырыша.

“Тыуған еребеҙ таҙа, тирә-яғыбыҙ йәмле булһын өсөн һәр кем тырышлыҡ күрһәтһен. Киләсәк быуынға ҡаласаҡ ерҙәрҙе һаҡлау йәһәтенән башҡалар ҙа өлгө алып, изге эшкә ҡушылһындар ине”, тигән изге теләктәрен юллай Рәжәп Мостафа улы.

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас