Йәмғиәт
19 Май 2025, 04:45

Ҡыпсаҡтарҙың берҙәмлеге ял-ҡойроҡһоҙ утты ауыҙлыҡлаған

Әбделмәмбәт ауылында йәшәүселәр шатлыҡта ла, бәлә килгәндә лә үҙҙәренең берҙәм булыуын тағы бер ҡат раҫланы. Янғын сығыу тураһында ишетеү менән йәш-ҡарты ут һүндерегә ашыҡҡан. Хатта уҡыусылар ҙа мәктәп формаһында килеш ут һүндерешкән.

Ҡыпсаҡтарҙың берҙәмлеге ял-ҡойроҡһоҙ утты ауыҙлыҡлағанҠыпсаҡтарҙың берҙәмлеге ял-ҡойроҡһоҙ утты ауыҙлыҡлаған
Ҡыпсаҡтарҙың берҙәмлеге ял-ҡойроҡһоҙ утты ауыҙлыҡлаған

Әбделмәмбәт ауылында йәшәүселәр шатлыҡта ла, бәлә килгәндә лә үҙҙәренең берҙәм булыуын тағы бер ҡат раҫланы. Янғын сығыу тураһында ишетеү менән йәш-ҡарты ут һүндерегә ашыҡҡан. Хатта уҡыусылар ҙа мәктәп формаһында килеш ут һүндерешкән.

-Ҡыпсаҡта (Әбделмәмбәт) йәшәүсе Әфләтүнова Вилиәнең һарайының башындағы бесәнгә ут тоҡанып, тиҙ арала һарайҙың ҡыйығы дөрләп яна башланы.
Янғынды күргәне, ишеткәне, тиҙ арала йүгерешеп килеп, янғынды һүндерешә башланы. Ауыл мәсетенең көслө динамиктары аша Илдар имам ауыл халҡын янғын һүндерешергә барырға өндәне. Ауыл хакимиәтенең водителе килеп еткәнсе, яҡыныраҡ йәшәүсе Мәсәғүтов Хәйҙәр янғын һүндереү машинаһын ҡабыҙып сығара торҙо, унан Усманов Ринат руль артына ултырып, тиҙ генә янғын урынына килеп етте. Бында алда эшләгән ауыл хакимиәте башлығы Йәүҙәт Заһитовтың эшен баһалар кәрәк - янғын машинаһы төҙөк, цистернаһына һыу тултырылған ине.

Мәктәп уҡыусыларының мәктәптән ҡайтып килешләй, формаларын да алыштырмай, янғын булған ергә килеүҙәре бик ҙур ярҙам булды. Улар халыҡ менән берлектә, сылбырға теҙелеп, янғынға биҙрәләп һыу һибә башланылар. Ауылдың янғын машинаһы килеп, янғынға һыу һиптерә башлағас, машинаның цистернаһына һыу ҡойоп торҙолар. Янғын машинаһынын халыҡҡа һыу тултырыуға еңелерәк булһын өсөн, шлангаларының буйы еткәнсе, Үҙән йылғаһына яҡыныраҡ шылдырып ҡуйҙылар. Әбделмәмбәт мәктәбенең дә һыу помпаһын килтереп эшкә ектеләр. Шулай уҡ күрше йәшәүселәр ҙә үҙҙәренең скважиналарынан шлангыларын һуҙып, һыу һиптереп торҙолар. Район үҙәгенән янғын машинаһы килеп еткәндә (улар ҙа оператив килеп еттеләр тип әйтергә була - шылтыратып хәбәр иткәндән алып 40 минут эсендә янғын урынында инеләр) янғындың төп өлөше һүндерелгән ине. Улар һарайҙың һүнеп етмәй ҡалған һүндереп, һарай башындағы быҫҡып ятҡан бесәнде ергә ташлап, янғынды тулыһынса һүндереп ҡуйҙылар.
Ауыл халҡының, уҡыусыларҙың (хатта күрше Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылынан да килеп еттеләр) тиҙ арала йыйылып, дәррәү генә янғын һүндерә башлау, янғынға ҡаршы машинаның төҙөк һәм әҙер булыуы айҡанлы янғынға таралып китеүгә юл ҡуйылманы.
Уттың ялы-ҡойроғо юҡ, тиҙәр, уттан һаҡ булайыҡ, - тип хәбәр итә Фәрзәт Мөхәмәдйән улы Ҡаһарманов.

Ҙур бәләгә юл ҡуймаған ҡыпсаҡтарға афарин! Берлектә – тереклек!

Мәктәп фомаһындағы уҡыусыларҙың да дөйөм бәләгә ҡаршы күтәрелеүе мәктәптә илһөйәрлек (патриотизм) тәрбиәһе яҡшы ҡуйылғанлыҡҡа миҫал.

Әбделмәмбәт ауылы халҡының берҙәмлеге күптәргә өлгө булырлыҡ!

Ҡыпсаҡтарҙың берҙәмлеге ял-ҡойроҡһоҙ утты ауыҙлыҡлаған
Ҡыпсаҡтарҙың берҙәмлеге ял-ҡойроҡһоҙ утты ауыҙлыҡлаған
Ҡыпсаҡтарҙың берҙәмлеге ял-ҡойроҡһоҙ утты ауыҙлыҡлаған
Ҡыпсаҡтарҙың берҙәмлеге ял-ҡойроҡһоҙ утты ауыҙлыҡлаған
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас