

Яңы Собханғол ауылында йәшәүсе Йәмилә апай Буранбаева ла “Таң” гәзите иғлан иткән “Архив һандығы” конкурсында ҡатнаша. Ул редакцияға 2015 йылда сыҡҡан ике гәзитте алып килгән ине.
Шул йылдың 15 мартында сыҡҡан һанын “Дәртле халыҡ – Янһарылар” тигән, 8 майҙа сыҡҡан һанды “Бер өйҙән дүрт яугир” тигән мәҡәләләр өсөн һаҡлап һалып ҡуйған икән.
-“Бер өйҙән дүрт яугир” тигән баш аҫтындағы яҙмала ҡайным Дәүләтҡол, ҡәйнәм тураһында телгә алынған.
Мин үҙем Кейекбай ауылы ҡыҙымын. Ғаиләлә 10 бала үҫтек: 4 малай, 6 ҡыҙ.
“Таң” үҙебеҙҙең гәзит бит инде ул. Гәзит килһә, бар эшемде ташлап, иң беренсе “Таң”ды уҡып алам. Гәзиттәге бөтә мәҡәләләр ҙә оҡшай. Һәр береһе үҙенсә кәрәкле. Элекке кешеләрҙең тормошо, көнитмеше хаҡында уҡырға яратам. Ниндәй ауыр заманаларҙа ла баш эймәгән, йәшәргә тырышҡан, яҡшыға өмөтөн юймаған бит райондаштарыбыҙ.
Халыҡ дауалары, шифалы үҫемлектәр тураһында ла яҙмалар күңелемә яҡын. Райондағы барлыҡ яңылыҡтарҙы, яңы закондар тураһында ла ошо гәзит аша белеп барабыҙ.
Әсәйемдең иң өлкән ағайҙары Шәрифйән Солтанбаев та ваҡытында редакцияла эшләгән.
Ғөмүмән, “Таң”дың байтаҡ һандары һаҡлана миндә. Әлегә икәүһен генә килтерҙем, - ти Йәмилә Ғәбит ҡыҙы.
Йәмилә апай иптәше менән 7 бала үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар. Бөгөн ул хаҡлы ялда. Балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә терәк-таяныс, кәңәшсе булып балаларының тыуған нигеҙҙәренең ҡотон һаҡлап ғүмер итә ул.
Т. Сәйфетдинова.