Йәмғиәт
13 Май 2025, 10:25

Бөрйән ҡыҙының китабы донъя күрҙе

Талантлы Бөрйән ҡыҙының – шағирә, прозаик, журналист Айгөл Манапованың (Йәмилева) “Сынаяҡтағы донъя” повесы айырым китап булып донъя күрҙе. Был турала автор бына нимәләр яҙа.

Бөрйән ҡыҙының китабы донъя күрҙеБөрйән ҡыҙының китабы донъя күрҙе
Бөрйән ҡыҙының китабы донъя күрҙе

Талантлы Бөрйән ҡыҙының – шағирә, прозаик, журналист Айгөл Манапованың (Йәмилева) “Сынаяҡтағы донъя” повесы айырым китап булып донъя күрҙе.

-Тәүге айырым шиғыр китабымды ҡулыма алғас, моғайын да, шағир тип аталырға хаҡлымындыр, тиеберәк шаяртҡайным. Тәүге күләмле сәсмә әҫәрем китап булып баҫылып сыҡҡас, яҙыусы булам түгелме? Йә, ярай, шағирлыҡ, яҙыусылыҡ китап күләме менән түгел, уның эстәлеге, ә, иң мөһиме, халыҡ һөйөүе менән үлсәнә.

Был әҫәрҙең тарихы менән уртаҡлашҡаным бар: тулыһынса тиерлек ун йыл элек - 21 йәшлек сағымда яҙылды ул, бер нисә йыл элек эпилогын ғына өҫтәп ҡуйҙым. Күңелдә һыҙып ҡына яҡты һағыш ҡалдырған "Сынаяҡтағы донъя" ул, был һағыштың тәғәйен сәбәбен һораһалар, үҙем дә нимә тип яуап бирергә белмәҫ инем.

Китапты мөхәррирләгән, биҙәгән, сығарған З. Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте хеҙмәткәрҙәренә, уның ташҡа баҫылыуын хуплаған Башҡортостан Яҙыусылар союзының проза секцияһы ултырышындағы абруйлы әҙиптәргә, повесте иң беренсе күреп ҡалып уға ыңғай баһа биргән "Ағиҙел" журналы редакцияһына оло рәхмәтемде белдерәм!

"Сынаяҡтағы донъя"ны З. Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте магазинында, ВБ, Озон интернет-магазиндарында табырға була. Ошо арала үтәсәк исем туйҙары хаҡында ентекләп хәбәр итермен әле, - тип яҙа сәхифәһендә Айгөл Илгиз ҡыҙы.

Ижад донъяһына үҙенсәлекле шиғырҙары, үҙ тауышы, үҙ һуҡмағы менән аяҡ баҫҡан талантлы Бөрйән ҡыҙына (Яңы Собханғол ауылынан) өр-яңы ижади осоштар, баҙыҡ балҡыштар теләйбеҙ!

Бөрйән ҡыҙының китабы донъя күрҙе
Бөрйән ҡыҙының китабы донъя күрҙе
Бөрйән ҡыҙының китабы донъя күрҙе
Бөрйән ҡыҙының китабы донъя күрҙе
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас