Йәмғиәт
1 Май 2025, 09:40

“Таң” кубогын кемдәр яуланы?

Спорт һөйөүселәр өсөн был көндә “Таң” гәзитенә - 90, Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан “Таң” гәзитенең күсмә кубогына эстафета ярыштары ойошторолдо.

“Таң” кубогын кемдәр яуланы?“Таң” кубогын кемдәр яуланы?
“Таң” кубогын кемдәр яуланы?

Ойошма-предприятиелар, ауыл хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре һәм уҡыусылар араһында 10 команда йүгереү буйынса эстафетала үҙ көстәрен һынап ҡараны. Ойошма-предприятиеларҙың ир-егеттәре командалары араһында район эске эштәр бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре быйыл да иң етеҙҙәре булып сыҡты. 2-се урынды район үҙәк дауаханаһы, 3-сө урынды “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы командалары яуланы.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында район үҙәк дауаханаһы командаһы 1-се, район эске эштәр бүлексәһе 2-се урынға лайыҡ булды. Ауыл хакимиәттәре араһында быйыл да ҡыпсаҡтар алдынғылыҡты бирмәне. Тимерҙәр – 2-се, байназарҙар 3-сө урындарҙы алды.

Уҡыусылар араһында 1-се урынды дүртенсе йыл рәттән кубокка эйә булыусы Иҫке Собханғол урта мәктәбе командаһы яуланы. 2-се урында – Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы филиалы студенттары.

Еңеүсе командаларға күсмә кубок, “Бөрйән” кинозалы, “Урал” ФОК-ы, “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы, “Шүлгән-Таш” тарихи-мәҙәни музей комплексы сертификаттары һәм татлы приздар тапшырылды. Ярышты алып барыусыларға һәм сертификаттар менән тәьмин итеүсе бағыусыларға ҙур рәхмәт. 1970 йылдан алып үткәрелеп килгән спорт ярышы артабан да даими үткәрелеп барһын.

“Таң” кубогын кемдәр яуланы?
“Таң” кубогын кемдәр яуланы?
“Таң” кубогын кемдәр яуланы?
“Таң” кубогын кемдәр яуланы?
“Таң” кубогын кемдәр яуланы?
“Таң” кубогын кемдәр яуланы?
“Таң” кубогын кемдәр яуланы?
“Таң” кубогын кемдәр яуланы?
“Таң” кубогын кемдәр яуланы?
“Таң” кубогын кемдәр яуланы?
“Таң” кубогын кемдәр яуланы?
“Таң” кубогын кемдәр яуланы?
“Таң” кубогын кемдәр яуланы?
“Таң” кубогын кемдәр яуланы?
“Таң” кубогын кемдәр яуланы?
“Таң” кубогын кемдәр яуланы?
“Таң” кубогын кемдәр яуланы?
“Таң” кубогын кемдәр яуланы?
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас