

Бөрйән районында нотариус эшен Зөлхизә Алтынсурина алып бара. Ул мираҫты рәсмиләштереү, васыят, ышаныс ҡағыҙы яҙыу, никах һәм алимент түләү буйынса килешеүҙәр төҙөү, документтарҙың күсермәһен һәм имзаларҙы раҫлау, ҡағыҙ документтарҙы электрон форматҡа (һәм киреһенсә лә) әйләндереү кеүек нотариаль эштәрҙе башҡара.
-Районда иң күп мөрәжәғәттәрҙең береһе - ышаныс ҡағыҙы эшләтеү. Был юл менән күп осраҡта ҡырҙа эшләүселәр, уҡыусылар, сирлеләр файҙалана. Әйтергә кәрәк, ышаныс ҡағыҙын яҙҙырған кеше шәхсән үҙе килеп мөрәжәғәт итергә тейеш.
Мираҫ итеп ҡалдырылған мал-мөлкәтте рәсмиләштереү буйынса мөрәжәғәттәр йыш осрай. Кеше мәрхүм булғас, закон нигеҙендә уның мөлкәтен вариҫына күсереү мотлаҡ. Вариҫтар бер нисәү булырға ла мөмкин. Уларҙың барыһына ла мираҫҡа дәғүә итер өсөн һәм ҡабул итеп алыу, йә иһә унан баш тартыу өсөн нотариусҡа килеп ғариза яҙырға кәрәк. Был эште 6 ай тулғанға ҡәҙәр башҡарып ҡуйыу зарур. Кешенең мәрхүм булыуына ярты йыл үтеп китһә, эш суд аша хәл ителә.
Һәр кеше иҫән сағында мөлкәтен балаһына, ҡатынына йә иренә, туғанына ҡалдырыу тураһында васыят яҙа ала. Уны төҙөгәндә кешенең айыҡ аҡылда, психик яҡтан һау булыуы мөһим. Васыят итеп ҡалдырылған милекте ҡабул итеп алыу өсөн яҙған кешенең вафатынан һуң 6 ай эсендә нотариусҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Шулай уҡ милекте бүләк итеү (дарственное) ҡағыҙын эшләтеп була. Ул осраҡта документ көсөнә ингәс тә мөлкәттең хужаһы үҙгәрә, - ти тәжрибәле нотариус.
Зөлхизә Хәлит ҡыҙына шулай уҡ һатыу-һатып алыу килешеүе, күсемһеҙ милек һатҡанда, йә һатып алғанда иренең, ҡатынының ризалығы тураһында ҡағыҙ эшләтеү кеүек эштәр менән дә киләләр. Ошо һәм башҡа һорауҙар менән үткән йылда ике меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән.
Нотариус хеҙмәтенең хаҡы дәүләт тарафынан билдәләнгән. Етем, бәлиғ булмаған балаларға льготалар ҡаралған. Консультациялар бушлай.
Күптән түгел нотариустарҙың яңы вәкәләттәре барлыҡҡа килгән, яңы тариф системаһы эшләй башлаған. Мәҫәлән, мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылған граждандарға нотариус хеҙмәте барлыҡ нотариаль контораларҙа бушлай һәм сиратһыҙ күрһәтелә. Булдырылған ташламалар ышаныс ҡағыҙҙарына, бәлиғ булмағандарға бәйле мөһим юридик мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн законлы вәкилдәренә, опекундарына ризалыҡҡа һәм башҡаларға ҡағыла.
Шулай уҡ Оборона министрлығы һәм “Ватанды һаҡлаусылар” фонды менән берлектә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы статусын хәҙер нотариус аша раҫларға мөмкин. Бының өсөн нотариусҡа граждандың махсус хәрби операцияла булыуын иҫбатлаған документтарын күрһәтергә кәрәк.
Зөлхизә Хәлит ҡыҙы халыҡҡа закон буйынса ғына түгел, әхлаҡи ярҙам да күрһәтә – төрлө кешеләр менән аралаша, килеп сыҡҡан бәхәсле хәлдәрҙе асыҡларға, уларҙы яйға һалырға тырыша. 20 йылдан ашыу нотариус эшмәкәрлеген уңышлы алып барған иғтибарлы, баҫалҡы, үҙ эшенә яуаплы ҡараған хеҙмәткәргә уңыштар насип булһын.