Йәмғиәт
25 Апрель 2025, 04:00

Таң атҡансы ла эшләргә риза инек...

(“Таң” гәзитендә эшләп киткән хеҙмәткәрҙәр менән осрашыуҙа алынған интервью һәм яҙмаларҙан) Яубаҫарова (Килдейәрова) Әлфирә район типографияһында 1979 йылдан линотип машинаһында хәреф йыйыусы булып эшләй. Уның хәтирәләре лә район гәзитенең тарихының бер бите... (Фотола кемдәр булыуы хаҡында белгегеҙ килһә, һылтанма аша сайтҡа инегеҙ).

Таң атҡансы ла эшләргә риза инек...Таң атҡансы ла эшләргә риза инек...
Таң атҡансы ла эшләргә риза инек...

Яубаҫарова (Килдейәрова) Әлфирә район типографияһында 1979 йылдан линотип машинаһында хәреф йыйыусы булып эшләй. Уның хәтирәләре лә район гәзитенең тарихының бер бите...

“1977 йылда иҫке Собханғол урта мәктәбен тамамлағас, Өфөләге ике йыллыҡ полиграфистар әҙерләү училищеһына уҡырға индем, - тип һөйләй Әлфирә.—Мине урынлаштырған бүлмәгә барып инһәм, аптырап киттем, ауылдашым Юлмөхәмәтова Иркә лә бында уҡырға килгән, хатта мин йәшәйәсәк бүлмәгә килеп урынлашҡан. Икәүләп йәшәнек, матур итеп уҡып сыҡтыҡ. Дипломлы булғас беҙҙе төрлө яҡҡа тарата башланылар, мин Хайбулла районына эләктем. Тик унда оҙаҡ йөрөмәй Бөрйәнемә ҡайтып төштөм дә типографияла һөнәрем буйынса эш башланым. Иркә бында эшләй ине инде. Беҙҙән алда беренсе линотип булып Газина Вәсимә апай эшләп киткән. Аҙыраҡ эшләгәс мине Нуриман районы типографияһына эшкә ебәрҙеләр. Бер йылдан һуң ҡайтып йәнә үҙебеҙҙә эшләнем. Редакцияла ла, беҙҙең яҡта—типографияла ла эш ҡайнап торҙо, татыу булдыҡ, тырышып эшләнек, “Таң”дың һәр һанының балҡып, матур килеп сығыуы бөтәбеҙ өсөн дә ҡыуаныс ине, редакторыбыҙ Инсур Йәһүҙин ут һымаҡ тынғыһыҙ, эшмәкәр кеше булды, беҙҙе дәртләндереп гәзитебеҙ тиҙ, сифатлы сыҡһын өсөн маҡтап ҡупайтып та ебәрер ине. Уның талапсанлығы шаяртыулы яғымлы һүҙҙәре артына йәшерелгән була торғайны.
Строкоотлив машинаһында эшләү—зарарлы эш, ҡурғаш менән хәреф ҡояһың, шунлыҡтан эшләргә тейеш норма ун йыл. Мин кейәүгә сығып, декретта ултырып ун йылымды бер йыл тултыра алмай ҡалдым, 1989 йылдан гәзитте компьютер менән йыя башланылыр. Шунлыҡтан башҡа йылдарымды сауҙала үткәрҙем, Бөрйән һөнәрселек училищеһында һатыусыға уҡып сыҡтым да, магазинда һатыусы булдым. Хәҙер пенсияламын. Бына тигән ике ҡыҙым үҫте, юғары белемлеләр, урындарҙа эшләйҙәр.
Эшләгән осоромдағы редакция хеҙмәткәрҙәрен, шулай уҡ типографияла ҡул менән хәреф йыйыусы Һөйөшева Мөкәрәмә, Күжәбаева Сания, Фәйзуллина Сәғүрә апайҙарҙы, корректор Ишморатова Фәриҙә, машинистка Вәлиева Рәмилә апайҙарҙы, печатник Барыев Ғаяз ағайҙы гел хәтерләп, барыһын да һағынып иҫкә алам. Гәзит сығарыу еңел эш түгел, ненормированный эш тиҙәр уны, ҡайһы ваҡыт төнгө сәғәттәргәсә редакция менән типография уттары балҡып торор ине, тик беҙ йыбанманыҡ, гәзит алдырыусылар һәр һанын ҡәҙерле бүләктәй көтөп алһын, яратып уҡыһын өсөн “Таң”ыбыҙҙы таң атҡансы эшләргә лә риза инек.”

Мөнир Фәйзуллин.

1-се фотола(һулдан уңға): линотип Яубаҫарова Әлфирә, редактор Инсур Йәһүҙин, типография хеҙмәткәрҙәре: Ҡонафина Гөлнара, Ҡолдәүләтова Наилә, Әбдрәхимова Рәйлә һәм Сәғитова Зөлфиә.
2-се фотола(һулдан уңға): 1980-1994 һәм 1997-2008 йылдарҙа редактор булған Юлай Хәләф улы Манапов, машинистка Рәмилә Вәлиева, линотип Әлфирә Яубасарова, яуаплы секретарь Зәйтүнә Шәмиғолова һәм редакция бухгалтеры, Бөйөк Ватан һуғышында булған өлкән лейтенант Ғиниәт Ялмырҙа улы Миһранов.
3-сө фотола тәүге рәттән: Әлфирә Яубаҫарова, Фәнзилә, Вәсилә Балдыбаева, Заһиҙә Хәйруллина, Рәмилә Вәлиева, Инсур Йәһүҙин һәм Флүр Газин.

Таң атҡансы ла эшләргә риза инек...
Таң атҡансы ла эшләргә риза инек...
Таң атҡансы ла эшләргә риза инек...
Таң атҡансы ла эшләргә риза инек...
Автор:
Читайте нас