

«Әлфиә Юлсурина - башҡорт эстрадаһындағы үҙенсәлекле күренеш. Тамара Гвердцители йәки Людмила Зыкина кеүек, беҙҙең Әлфиә Юлсуринабыҙ бар. Ул үҙенең харизмаһы менән һәр кемде әсир итеү көсөнә эйә. Эстрадала уға оҡшаған бер кемде лә табып булмай. Әлфиә апай ысын ижад кешеһе, сәхнәне бик ярата. Башҡортостандың Әлфиә Юлсуриналы булыуы – барыбыҙ өсөн дә бәхет», - ти Башҡорт дәүләт филармонияһының баш режиссеры, республиканың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Сулпан Асҡарова. Әйткәндәй, яҡташыбыҙҙың бөгөн баш ҡалабыҙҙа үтәсәк юбилей кисәһенең режиссеры ла Сулпан Асҡарова, ә сценарийҙың авторы һәм алып барыусыһы – һеңлеһе Зилә Ҡолдәүләтова. Әлфиә апай моңо, йырҙары менән генә түгел, үҙенең ябайлығы, эскерһеҙлеге менән дә һоҡландыра. Мәҡәлә яҙыу уйы менән мөрәжәғәт иткәс, һис инәлтеп тормайынса, үҙенең киләсәккә пландары менән уртаҡлашты:
-Әлеге ваҡытта барыбыҙ өсөн дә иң мөһиме - донъяларҙың имен тороуы. Илдә тыныслыҡ булмауы һәр кемебеҙҙе борсой. Бар теләгем - донъялар имен торһон, балалар иҫән-һау булһындар.
Ҡатын-ҡыҙ ғаиләлә бәхетле булырға, яратып-яратылып йәшәргә тейеш. Аллаға шөкөр, әлеге ваҡытта ғүмеремдең бәхетле осорон кисерәм – мин яратҡан, мине яратҡан кешем бар. Балалар менән мөнәсәбәтем яҡшырҙы. Ейәндәрем ҡыуандыра. Кескәй ейәнем мине бигерәк ярата, мин уның өсөн өҙөлөп торам. Бар шатлығым уға бәйләнгән. Уның менән донъяның бөтөнләй икенсе яҡ бәхеттәрен асам. Ул миңә күңел тыныслығы бирҙе, тиһәң дә була. 20 йыл филармонияла эшләгән дәүерҙә ауыр, ярһыу ваҡыттар булды. Әлеге ваҡытта әсәй, өләсәй булараҡ, һиллек, рәхәтлек кисерәм. Ауыр ваҡыттарҙа баш көлләйе ижадҡа сумдым, үҙемде эш менән күмдем. Шуның өсөн ижадҡа, ижадташ дуҫтарыма, Салауат Низаметдиновҡа рәхмәтлемен. Айырыуса ҙур рәхмәтем әсәйемә ғүмер буйына беҙгә - балаларына терәк булды, бирешмәгеҙ, тип арҡаһын терәп торҙо. Ниндәй осорҙа ла ижадтан ваз кисмәнем. Әле лә ҙур пландар менән йәшәйем. Шау-шоуҙар менән тулған сәхнәлә рухи аҙыҡ бирерлек, йәнгә үтеп инерлек йырҙар юҡ. Кешегә йылылыҡ, өмөт, рухи көс бирә торған йырҙар, һүҙҙәр етешмәй. Ошо юҫыҡта эшләргә ҙур-ҙур хыялдарым бар. Алла бирһә, халҡыма, яратҡан тамашасыма дәрт, көс өҫтәргә, ауыр ваҡытта әҙ генә булһа ла йән йылыһы бирергә тигән өмөт менән йәшәйем, - ти йырсы.
Мәртәбәле юбилейын билдәләүсе яҡташыбыҙға һаулыҡ, именлек, ижад шишмәһенең бер ҡасан да һайыҡмауын теләйбеҙ!