

Мәҫәлән, 2007 йылдың 22 март һанында ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуының шәжәрә байрамы уңайынан ырыу аҡһаҡалы Ғәлимйән Сибәғәт улы Ишбулатов менән әңгәмә, Бабсаҡ бей вариҫтары шәжәрәһе бирелгән. Шулай уҡ был гәзиттә Самат Ғәбиҙуллиндың шиғырҙары сыҡҡан, уның хаҡында Ф. Хөсәйенова хәтер йомғағы һүткән. Мөнир Фәйзуллиндың “Рәхимйән бәһлеүән, йәки уның беҙгә ҡалған ташы тураһында” тигән матур, ентекле мәҡәләһе урын алған. “...Сират Рәхимйәнгә етә. Рәхимйән, тырыштырып ҡарайым әле, тигән ҡиәфәт менән ташҡа яҡынлай, унан ташты ерҙән һелкетә тартып ала ла, шул ыңғайы башы осона күтәреп, янында торған Монголкаһы (бәләкәй аты) аша түгел, ә Сәлимйәндең оҙон ботло арғымағының эйәре өҫтөнән әллә ҡайҙа уҡ ырғытып ебәрә... Рәхимйәндең ҡулында уйынсыҡтай уйнаған таш 97 кило 600 грамм тартты”, тиелгән мәҡәләлә.
2010, 2017 йылғы гәзиттәрҙә Рәсәй, халыҡтар берҙәмлеге көнөнә мәғлүмәт табырға була. 2010 йылдың 4 ноябрь һанында Аҫҡар мәктәбе уҡытыусыһы И. Ғәлиуллин тарихи факттарға таянып, “Бөрйән: бөгөн һәм иртәгә” тигән мәҡәлә яҙған. Уҡытыусы был материалдарҙы класс сәғәттәре үткәреүҙә ҡулланған.
Зилә Иҫәнбаева 2013 йылдың 17 сентябрь һанында күренекле ғалим-фольклорсы, арҙаҡлы яҡташыбыҙ Мөхтәр Сәғитовтың тыуыуына 80 йылға арналған хәтер кисәһе тураһындағы мәҡәләне һаҡлаған. Шулай уҡ райондаштарыбыҙ Таңһылыу Ҡарамышева, Мөнир Фәйзуллин, Һәҙиә Фәтхуллина, Зәйтүнә Айытбаева, Сәрүәр Ғәләүетдинов, Миңзәлә Әлмөхәмәтова, Рәсимә Сәлиховалар ижад иткән шиғырҙар баҫылған гәзиттәрҙе әҙәбиәт дәрестәрендә файҙаланған.