

Әлшәй районында “Быуаттарҙы тоташтырыусы еп” тигән фестиваль-конкурс үтте.
Ул ысын мәғәнәһендә туҡыусыларҙың күптәр тарафынан танылған форумы булды – проект “Рәсәй: этник комфорт” – халыҡ традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү” Бөтә Рәсәй актуаль милли-мәҙәни проекттары конкурсының почетлы дипломына лайыҡ булды.
Фестиваль-конкурс тотош республиканан - Әлшәй, Дәүләкән, Миәкә, Өфө, Архангел, Әбйәлил, Йылайыр, Бөрйән, Учалы райондарынан һәм Бөрө һәм Өфө ҡалаларынан балаҫ һуғыу оҫталарын йыйҙы.
Беҙҙең Бөрйән районынан Таңһылыу Ҡарағолова конкурстың Гран-приһына лайыҡ булды! Таңһылыу Рауил ҡыҙы һуҡҡан балаҫ башҡорт балаҫтары күргәҙмәһендә иң юғары баһа алған!
-Әлшәй районы үҙәге Раевкала VIII республика башҡорт балаҫы фестиваль-конкурсында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Ҡатнашыу ғына түгел, йыл буйы йөн эшкәртеп, әҙерләнеп һуҡҡан балаҫым юғары баһаға лайыҡ булды!
Ошо матур, ҙур әһәмиәткә эйә булған сараны ойоштороусыларға, уҙғарыусыларға, жюри ағзаларына, беҙҙе ҡаршы алып, оҙатып йөрөүсе кураторҙарыбыҙға, байрамда ҡатнашыусы оҫталарға, барыһына ла ҙур рәхмәт! Эшебеҙҙе юғары баһалап, иңдәргә ҡанат ҡуйҙығыҙ, ышаныс өҫтәнегеҙ. Киләсәктә тағы ла иҫәнлектә, һаулыҡта осрашырға яҙһын, һеҙгә имен тормош, аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ, - ти Таңһылыу Рауил ҡыҙы.
Оҫта ҡуллы, рухлы, тырыш, егәрле Бөрйән ҡыҙының еңеүенә бик шатланабыҙ һәм халҡыбыҙҙың күңел, ҡул гәүһәрҙәрен тергеҙеү, халыҡҡа кире ҡайтарыу юлындағы ижадында яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ!