Йәмғиәт
23 Апрель 2025, 11:05

Район етәксеһе Мәскәүҙә форумда ҡатнаша

Район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин республика делегацияһы составында Мәскәүҙә “Рәсәй” Милли үҙәгендә барған “Кесе Ватан – Рәсәй ҡото” Бөтә Рәсәй муниципаль форумында ҡатнаша.

Район етәксеһе Мәскәүҙә форумда ҡатнашаРайон етәксеһе Мәскәүҙә форумда ҡатнаша
Район етәксеһе Мәскәүҙә форумда ҡатнаша

Район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин республика делегацияһы составында Мәскәүҙә “Рәсәй” Милли үҙәгендә барған “Кесе Ватан – Рәсәй ҡото” Бөтә Рәсәй муниципаль форумында ҡатнаша.

-Рәсәй Федерацияһының 89 төбәгенән 4 меңгә яҡын кешене йыйған форумда урындағы үҙидара, федераль һәм төбәк власть органдары, эшҡыуарлыҡ һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнаша.
Муниципаль форум төрлө муниципалитет башлыҡтары менән аралашыу, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү, һөҙөмтәле эш алып барыу буйынса тәжрибә уртаҡлашыу, шулай уҡ белгестәр фекерен тыңлау мөмкинлеге бирҙе.
Сарала шулай уҡ урындағы үҙидара үҫешенә тос өлөш индергән күренекле муниципаль берәмек вәкилдәренә Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса үткәрелгән “Хеҙмәт” Бөтә Рәсәй муниципаль премияһы тапшырылды. Иң яҡшы 100 проект исемлегендә Башҡортостандан да 2 проект бар:
“СВОи ИГЛИНО“ – МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса башланғыс;
“Йәштәр советы – буласаҡ парламентарийҙар өсөн уҡыу майҙансығы“ – йәштәр араһында остазлыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән проект (Стәрлетамаҡ), - тип хәбәр итә Рәмил Миңлеәхмәт улы.

Сығанаҡ:

Рамиль Абдуллин

Район етәксеһе Мәскәүҙә форумда ҡатнаша
Район етәксеһе Мәскәүҙә форумда ҡатнаша
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас