Йәмғиәт
21 Апрель 2025, 06:20

“Йүгереп йөрөп эшләй беҙҙең етәксе!”

Ауылдың заманса үҫеше, халҡының әүҙемлеге күп осраҡта хакимиәт башлығының эшлекле, дәртле, белемле, хәстәрлекле булыуына, урындағы тормош өсөн янып-көйөп йәшәүенә бәйле. Ырғыҙлы ауыл хакимиәте етәксеһе Илвир Сәйфуллин – тап шундай шәп хужаларҙың береһе.

“Йүгереп йөрөп эшләй беҙҙең етәксе!”“Йүгереп йөрөп эшләй беҙҙең етәксе!”
“Йүгереп йөрөп эшләй беҙҙең етәксе!”

Билдәле булыуынса, улар быйыл “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнаша. Былтыр октябрь айында ғына Ырғыҙлы ауылы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнгән Илвир Миңлеғәле улы урындағы тормошҡа, гүйә, ялҡын өҫтәп ебәргән. Һоҡланғыс ойоштороу һәләтенә эйә егет, райондаштары әйтмешләй, гел йүгереп йөрөй, барыһына өлгөрә, йүнләй, ауырлыҡтар алдында һис ҡасан туҡтап ҡалмай.

–“Айыҡ ауыл” конкурсы барышында мәҙәниәт, спорт, туризм, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 113 сара үткәрҙек. Беҙҙең Ырғыҙлы халҡы айырыуса саңғыла йөрөргә ярата, – ти Илвир Сәйфуллин. – Ғөмүмән, үҙебеҙҙә генә 2020 йылдан алып ауыл, район, район-ара, республика кимәлдәрендә 17 саңғы ярышы ойошторҙоҡ. Төрлө яҡтарҙа уҙған спорт сараларында ла әүҙем ҡатнашабыҙ. Йыл да ауылыбыҙҙа саңғы трассаһы эшләйбеҙ. Быйыл һырғалаҡ та астыҡ. Бәләкәй балаларҙан алып оло йәштәгеләргә тиклем барыһы ла шулай спортҡа йәлеп ителә, сәләмәт тормошҡа ынтылып йәшәй.

Конкурсҡа ярашлы, урында күп төҙөкләндереү эштәре башҡарылған. Күмәкләп мосолман зыяратын кәртәләп алғандар. Алда әйтелгәнсә, көн дә тиерлек төрлө спорт, мәҙәни, белем биреү саралары уҙғарыла. Мәҫәлән, шорт-трек ярыштары үткәрелгән, ҡатын-ҡыҙҙар быйма кейеп хоккей уйнаған, республика райондарынан мәргәндәрҙе йыйып, уҡсылар турниры ойошторғандар. Махсус хәрби операцияла һәләк булған ауылдаштары иҫтәлегенә бағышлап ҡаһарманлыҡ дәрестәре уҙғаралар. Ырғыҙлылар МХО-ға гуманитар ярҙам туплауға гел дәррәү ҡатнаша, ҡатындар маскировка селтәрҙәре үрә. Ошо һәм башҡа бихисап эштәрҙе ойоштороуҙа урындағы ауыл хакимиәте, клуб, мәктәп, «Башҡортостан» милли паркы, “Шүлгән-Таш” дәүләт ҡурсаулығы хеҙмәткәре, ағинәйҙәр ҡоро ағзалары бергәләп ҡатнаша.

–“Айыҡ ауыл” конкурсы әле Ырғыҙлыла йәшәгән төрлө милләт халҡын ғына түгел, ә ҡырҙа ғүмер иткән ауылдаштарыбыҙҙы, беҙҙең яҡҡа даими килеп, туғандарыбыҙ кеүек яҡынға әйләнгән туристарҙы – барыбыҙҙы тағы ла нығыраҡ берләштерҙе, – ти Илвир Сәйфуллин.

Ул үҙе – ошо ауыл егете. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған. Ғаиләле, улына – 16 йәш. Бергәләп әүҙем ял итергә – сәйәхәткә сығырға, походтарға йөрөргә, тауға менергә, йылға буйлап кәмәлә йөҙөргә яраталар. Илвир Миңлеғәле улы 2011–2019 йылдарҙа Күгәрсен районының Тәүәкән ауылындағы “Урал” спорт-һауыҡтырыу комплексы директоры булған. Унан һуң эшҡыуарлыҡҡа тотоноп, урындағы халыҡ, туристар өсөн Ағиҙел йылғаһы буйлап  кәмәләрҙә (катамаранда) ағыу ойоштора башлаған. Был йәһәттән инструктор дипломы ла бар.

2024 йылда Башҡортостандағы Рус география йәмғиәте “Урал барыҫы” проектының беренсе этабын үткәргән. Унда Илвир Сәйфуллин “Ете үр” наградаһын алыуға өлгәшкән (Көньяҡ Уралдағы бейеклектәре 1000 метрҙан ашыулыҡ ете тауға үрләргә кәрәк).

Дәрт-дарманы ташып торған, тыуған ере, халҡы мәнфәғәтен ҡайғыртып, ҙур эштәр алып барған ауыл хакимиәте башлығы артабан да яңы үрҙәр яулап, алға барһын.

“Йүгереп йөрөп эшләй беҙҙең етәксе!”
“Йүгереп йөрөп эшләй беҙҙең етәксе!”
Автор:Д. Ишморатова
Читайте нас