Йәмғиәт
21 Апрель 2025, 11:15

Донорҙар кеше ғүмерҙәрен ҡотҡара

Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе Рәсәйҙең почетлы доноры Юлдаш Бәҙәмшин үҙ теләге һәм күңел ҡушыуы буйынса 40 йылдан ашыу ҡан тапшырған. -Армиянан ҡайтҡас та район дауаханаһына шофер булып эшкә урынлаштым. Шул ваҡыттан алып ҡан тапшыра башланым, - тип башланы һүҙен Юлдаш Йәнғәле улы.

Донорҙар кеше ғүмерҙәрен ҡотҡараДонорҙар кеше ғүмерҙәрен ҡотҡара
Донорҙар кеше ғүмерҙәрен ҡотҡара

20 апрелдә Рәсәйҙә донорҙар көнө билдәләнә. 14 апрелдән 20-һенә тиклем Рәсәйҙә ҡан һәм һөйәк мейеһе донорлығын популярлаштырыу аҙналығы үтә. Көн һайын, минут һайын бөтә донъяла кешеләргә башҡаларҙың ҡаны кәрәк. Күп кенә ауырыуҙар һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә зыян күреүселәр өсөн ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыуҙың берҙән-бер мөмкинлеге ул. Йыл һайын Рәсәйҙә 1,5 миллиондан ашыу кешегә ҡан талап ителә. Бер ҡан доноры 3 ғүмерҙе ҡотҡара! Донор кеше ғүмерен һаҡлап ҡына ҡалмай, шулай уҡ даими рәүештә ҡан тапшырыу һаулыҡты, иммунитетты яҡшыртыуға булышлыҡ итә, тиҙәр белгестәр.

Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе Рәсәйҙең почетлы доноры Юлдаш Бәҙәмшин үҙ теләге һәм күңел ҡушыуы буйынса 40 йылдан ашыу ҡан тапшырған.

-Армиянан ҡайтҡас та район дауаханаһына шофер булып эшкә урынлаштым. Шул ваҡыттан алып ҡан тапшыра башланым, - тип башланы һүҙен Юлдаш Йәнғәле улы.

Кемдеңдер һаулығын, ғүмерен ҡотҡарыуға өлөш индергәне өсөн ҡыуана ул.

-Районда айырыуса ҡатын-ҡыҙҙарға ҡан күп талап ителде. Улар аҙаҡтан килеп рәхмәттәр әйтеп китерҙәр ине. Көтмәгәндә ярҙам талап ителеп, тиҙ арала ҡан тапшырырға кәрәк булһа, “Тиҙ ярҙам” машинаһы менән килеп ала инеләр. Ундай осраҡтар бик йыш була торғайны. Төнөн дә алып киткән саҡтары булды. Ҡан биргәндән һуң үҙемде яҡшы тоя инем.  Ҡайһы саҡ айына 2-3 тапҡыр ҡан тапшырырға тура килә ине, - ти тиҫтә йылдар даими ҡан тапшырып, һуңғы биш йыл тирәһе генә ҡан баҫымының юғары булып китеүе сәбәпле туҡтап ҡалған Юлдаш Бәҙәмшин.

Ул дауаханала йыл ярым тирәһе эшләгәндән һуң янғын һүндереү бүлегенә эшкә урынлаша. Унда 26 йыл хеҙмәт стажы туплап, хаҡлы ялға сыға. Артабан район электр селтәрҙәре ойошмаһында водитель хеҙмәтен башҡара.

Бөгөнгө көндә лә Юлдаш Йәнғәле улы тик ултырмай – һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнә. Умартасылыҡ, солоҡсолоҡ эше лә бик күп көс һәм ваҡыт бүлеүҙе талап итә.

-Эш күп, өлгөрөп булмай, - ти хеҙмәт һөйгән, тормошоноң бер генә минутын да бушҡа уҙғармаған замандашыбыҙ. Ихатаһы тулы техника, кәртәһе тулы мал тотҡан райондашыбыҙ таңғы 4-тән тороп оҫтаханаһында ла ижад итергә өлгөрә – ағастан төрлө әйберҙәр, йыһаздар яһай. Ҡатыны Флүзә Ғәйфулла ҡыҙы менән иңгә-иң терәшеп матур, татыу ғүмер итәләр, 3 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Элек районда “Почетлы донор” исемен йөрөтөүселәр 40-тан ашыу иҫәпләнгән. Бөгөнгө көндә уларҙың ҡайһы берҙәре баҡыйлыҡҡа күскән инде. Яҙмыштары, һөнәрҙәре төрлө булһа ла, уларҙы үҙҙәренең ҡаны менән уртаҡлашырға әҙер булыуҙары берләштергән. Сөнки донор һүҙенең латин телендәге “donare” – “бүләк итеү” һүҙенән килеп сығыуы осраҡлы түгел. Бик йыш әлеге “бүләк” икенсе бер кешенең ғүмерен һаҡлап ҡала.

Шуға ла сәләмәт кешеләр ҡан тапшырыуҙан ҡурҡмаһындар тигән фекерҙә маҡтаулы донор.

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас