Советтар Союзы заманында йәшәп ҡалдыҡ беҙ. Насар йәшәмәнек, ныҡ итеп эшләнек. Ул заманда ҡайҙа ул йоҡоң туйғансы йоҡлау, кеҫә телефоныңды ҡулыңдан төшөрмәй йөрөтөү, телевизорҙан сериалдар ҡарау, магазиндарҙан магазиндарға кәләп һалыу. Йәй етһә ауылдарҙағы барса халыҡ: уҡытыусымы ул, тәрбиәсеме, клуб хеҙмәткәреме, медикмы—барыһы ла колхозник ине. Ураҡ урыуҙары биг(е)рәк ауыр, бесән сабыуҙары бер дәүер, тип үҙебеҙҙе дәртләндереп ала инек. Йәмәғәт малдарына ҡышҡа аҙыҡ әҙерләү бөтә халыҡ эше һаналды, был дөйөм эштә барыбыҙ ҙа ҡатнашырға бурыслы, тигәнде башыбыҙға ныҡ һеңдергәйнек. Өҫтән күрһәтмәләр, пландар килә. Район үҙәгендәге бөтә ойошма, предприятие, хужалыҡ һәм администрация коллективтарына ла бесән әҙерләү йөкләмәләре һалына. Бер кем ҡаршылашмай һәм бер-береһенән ҡалышмай хужалары етәкселегендә һәр эш урындарынан да хеҙмәткәрҙәр совхозға, колхоздарға ярҙамға сыға.
Беҙҙең редакция менән типография коллективы күберәген “Ҡыҙыл таң” колхозына шефлыҡ ярҙамы күрһәтте. 1981 йылдың йәйендә төшөрөлгән беренсе фотола Тимер арҡаһында бесән эшләгән мәлебеҙ. Эште теүәлләп, планды үтәп тә барабыҙ инде, кәбән осланды, маңлайҙа һәм арҡала тирҙәр, алһыуланған йөҙҙәр, әммә көр күңелдәр...Кәбән башында редакторыбыҙ Юлай Хәләф улы Манапов, машинанан бесән ташлаусы Фәйзуллин Мөнир, руль артында Фәрит ағай Бәшәров, кәбән төбөндә: Фәриҙә апай Ишморатова, Сәғүрә апай Фәйзуллина, Әлфирә Килдейәрова, Ибраһим ағай Мәжитов һәм уң яҡ ситтә Иркә Юлмөхәмәтова. Гәзитебеҙҙең фотографы Гайдар Фәткуллин беҙҙе төшөрөп, үҙе һәм беҙгә сәй ҡайнатырға ялан ситенә киткән Рәмилә менән Азат Вәлиевтар, үкенескә күрә, фотоға эләкмәгәндәр. Улар ҙа һәр өмәлә әрһеҙләшеп эшләрҙәр ине.
Икенсе фото бесән сабыу өмәһенә сыҡҡанда төшөрөлгән (уңдан һулға): Фәриҙә Ишморатова менән Зәйтүнә Шәмиғолова апайҙар, өсөнсө фотола: Зәйтүнә Шәмиғолова, Иркә Юлмөхәмәтова, Фәриҙә Ишморатова, Юлай Манапов, Азат Вәлиев, Фәрит Бәшәров, Ғиниәт Миһранов(бухгалтер) һәм мин.
М. Фәйзуллин.