Финляндияға барып, Зәйтүнә апайҙы күреп ҡайттыҡ Булат менән. Халыҡ теленә финдәр иленең исеме йәбешкән Баҙал биҫтәһенең Зәки Вәлиди урамында йәшәй элекке коллегабыҙ. Миңә лә, Булат Тимерғәлиевҡа ла “Таң”гәзитендә арыу ғына йылдар бергә эшләргә яҙҙы, шунлыҡтан “бер бот тоҙ” ашамаһаҡ та, апайҙы бик яҡшы беләбеҙ. Гәзиттә иң оҙаҡ эшләгән кеше: хәбәрсе, бүлек мөдире, яуаплы секретарь, редактор урынбаҫары баҫҡыстарын үтеп журналистика тауының түбәһенә сығып ултырған, район гәзитенең ағинәйе дәрәжәһендәге шәхес ул. Әле бына хаҡлы ялда - өйҙә, улы менән килене эштә, балаларына ҡәҙерле өләсәй, ҙур йортҡа күҙ-ҡолаҡ, ҡот булып ултыра. Йәшәгән-торған ауылының, урамының исемдәре лә ниндәй бит әле, иҫ китмәле матур, тарихлы, яңғырауыҡлы.
“2000 йылда эшләнеп бөтмәгән ошо йортто һатып алдыҡ та төҙөп сыҡтыҡ балалар менән, ирем Зиннур ҙа һау ине әле ул саҡта,— тип һөйләй Зәйтүнә Ғиниәт ҡыҙы. -Аҫтағы, Иҫке Собханғолдағы өйөбөҙ ерһеҙ тип әйтерлек, леспромхоз ике ғаилә өсөн төҙөгән ике яҡлы йорт ине бит, бында иркенлек, өй ҙә ҙур, картуф, йәшелсә, емеш-еләк үҫтерәм тиһәң ер ҙә етәһе. Заманында йорт төҙөүҙө уйламай, эшләп тик йөрөлгән. Үтә тынғыһыҙ бит ул гәзит эше, үҙеңде, хатта ғаиләңде лә уйларға, донъяңды ҡайғыртырға ваҡыт ҡалмай.”
Түбән яҡта, йәмле Ағиҙел буйында ултырған, текә ҡаялары, мәғрур тауҙары менән йөрәгеңде елкендерер матур тәбиғәтле Ҡотан ауылында тыуып-үҫкән ул. Әсәһе Йөҙйәшәрова Зифа аяҡтарында ныҡ баҫып торған көслө рухлы, ҡаты ҡуллы, әммә йомшаҡ күңелле кеше була.
“Әсәйем Зифа Мөхәмәдулла ҡыҙы һуғыш осоронда колхозда бригадир, бер ни тиклем колхоз рәйесе лә була,- ти Зәйтүнә апай.— Һуғыштан һуң колхозда төрлө эштәрҙә эшләй, ауылды, ҡаҡшаған хужалыҡты аяҡҡа баҫтырыуҙа күп көс һалған ауылдың хөрмәтле кешеләренең береһе ине.” Кәүҙәле, ҡатынҡы ҡатын бер эштән дә ҡурҡып тормай: кәбән дә һала, ер ҙә һөрә, урман да ҡырҡа. Һыйыр һауа, мал ҡарай. Өс балаһын уҡытыу, аяҡҡа баҫтырыу хәстәрен һыҙланмай, кемгәлер һылтанмай үҙ иңендә күтәрә. Атаһы Ырыҫбаев Ғиниәт - фронтовик, ҙур яу юлы үткән кеше. “Ғаиләһе башҡа булһа ла, ҡустым менән беҙҙе ситкә типмәне, кәрәк саҡта ярҙам ҡулын һуҙҙылар, аралашып, ҡатышып йәшәнек. Хөрмәт иттем атайымды. Был донъяға килеүем менән генә лә уға рәхмәтле инем,” тиеүе лә оҡшаны апайҙың.
“Миңә әсәйем: бөркәнсек менән тыуҙың, ти торғайны. Урыҫтар: “в рубашке родился, удачливый человек”, тиҙәр бит. Шулайҙыр ул ысынында. Гел яҡшы кешеләр осраны ғүмер юлымда. Уйлап ҡарайым да хатта көтмәгән, өмөт итмәгән бәхеттәр насип булған икән миңә тип ҡуям. Беренсе уҡытыусыма рәхмәттәрем сикһеҙ. Яугир, һуғыштан ефрейтор булып ҡайтҡан Зөлхизә Ғәле ҡыҙы Байшоғорова апай төплө белем бирҙе беҙгә”. Ижадҡа килеүенең башланғысын да мәктәптә күрә. Бәләкәйҙән матур әҙәбиәт менән дуҫлаша, әҫәрҙәрҙе яратып, йотлоғоп уҡый, мәктәптә стена газетаһы редколлегияһы ағзаһы була. Мәҡәләләр, хатта шиғырҙар ҙа яҙа. Матур итеп һүрәттәр төшөрә. Стенгазетаны йәмләй уның ҡәләме тейгән яҙмалар һәм һыҙмалар.
Алтмышынсы йылдар уртаһы. Район гәзите мөхәррире Юлмөхәмәтов Абдулла - райондағы тәүге профессиональ журналист, һиҙгер күңелле кеше, ауылдарҙағы яҙышыусы йәштәр менән ихлас ҡыҙыҡһынып тора, ҡәләме өмөтлөләрҙе редакцияға эшкә саҡыра. Самат Ғәбиҙуллин, Инсур Йәһүҙин, Ибраһим Мәжитов, Фәрит Бәшәров, Зәйтүнә Шәмиғолова, Мөнир Фәйзуллиндәр Абдулла Мөхәмәтйән улы гәзиткә һөрәп алған, үҫтергән кадрҙар.
“Яратҡаным эшем, ғаиләм, балаларым булды. Йәшләй генә яҙмышымды ышанып тапшырған хәләлем Зиннур Ғилажетдин улы Шәмиғолов менән 56 йыл да өс ай ҙа туғыҙ көн йәшәнек. Өс бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Иремдең, бер улымдың бөгөн арабыҙҙа юҡлығы ғына һағышҡа һала, бик иртә киттеләр, ятҡан урындары ожмах түрендә булһын ҡәҙерлеләребеҙҙең, ти. Әлбиттә, донъя булғас, төрлө ваҡыттар булды, шулай ҙа ғаиләбеҙҙе һаҡлап ҡала алғаныбыҙға олоғайған көндәрҙә бик ҡәнәғәт һәм риза инек. Ә инде йәшәү мәғәнәмдең икенсе яртыһы гәзиттә булды. Гәзит эше, унда эшләгән кешеләр миңә шул тиклем яҡын, ҡәҙерле тип әйтәйемме, туғандарым, хатта олоғая башлағас, йәш журналистар үҙ балаларым һымаҡ ине. Редакторыбыҙ эш башлап ҡына йөрөгән йәш журналисҡа ҡатыраҡ өндәшһә, үҙем дә һиҙмәҫтән ҡурсалап сыҡһам: “Мать Тереза булып, алдыңа алып ултыраһың, урынһыҙға яҡлашып,”— тип шелтәләп тә ҡуя торғайны етәксе.”
Гәзиттә белемһеҙ булмай. Шунлыҡтан Зәйтүнә апай имтихандарҙы уңышлы тапшырып тәүҙә Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға инә. Ләкин бөтмәҫ-төкәнмәҫ ғаилә мәшәҡәттәре, өйҙәге ике ваҡ бала өсөнсө курстан уҡыуҙы ҡалдырырға мәжбүр итә. Өҫтәүенә, Стәрле ҡырын яҡта ята, йөрөүгә уңайһыҙ. Балалары бер аҙ утығып, ғаиләлә етешлек була башлағас 1980 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына инеп, 1986 йылда тамамлап, ҡулына юғары белем дипломы ала ныҡышмал ҡатын. Унан тыныс күңел менән тынғыһыҙ гәзит эшенә сума. Яратҡан эше ялҡытмай ҙа, арыу-талыуҙы ла белмәй, яҙғандарын гәзит алдырыусылар яратып уҡый. Ул ваҡыттарҙағы редакция менән типографиялағы йылы атмосфера, коллективтың татыулығы, эшлеклелеге, бер-береһе өсөн хәстәрләнеп, ярҙамға атлығып тороуы минең дә күңелемдә матур хәтирәләр булып һаҡлана.
Тормош бер урында тормай, йылдар уҙа редакцияла ла, типографияла ла ҙур үҙгәрештәр була, ҡул менән хәреф йыйыуҙы алмаштырыусы станоктар килә, редакторҙар алмашына, яҙышыусы яңы кадрҙар туплана. Үҙ дәүерендә өс редактор менән эшләй З. Шәмиғолова, Абдулла Юлмөхәмәтов ҡулында эш башлаһа, 1980 йылдан баш мөхәррир булып Юлай Манапов килә. Артабан уны Инсур Йәһүҙин алмаштыра. Һәләтле, белемле, көслө журналист йәштәр гәзиттең йөҙөн, йөкмәткеһен йыш үҙгәрешле заман шарттарында ла бирештермәй тота. Ҡатмарлы туҡһанынсы йылдар башында эшкә килгән Таңһылыу Баһауетдинова, Айһылыу Ғарифуллина, Булат Тимерғәлиевтәр гәзиткә заманса яңы төҫ биреп, зауыҡлы, эстәлекле итеүҙә арыу-талыу белмәй ижади эшләнеләр һәм бөгөн дә эшләйҙәр. Улар менән һоҡлана Зәйтүнә Ғиниәт ҡыҙы. Шулай уҡ теге йылдарҙа бергә эшләгән Рәсүл Сәғитов менән Флүр Газинды оло хөрмәт менән телгә ала. Беҙҙең гәзиттә хеҙмәт юлын башлаған Рәсүл бөгөн Башҡортостанда, унан ситтә лә билдәле журналист һәм яҙыусы, юғары исемдәргә эйә булған шәхес. Флүрҙе лә белмәгән кеше һирәктер, уның яҙғандары уҡымлы, фотолары Бөрйәнебеҙҙең данын Рәсәйгә генә түгел, сит илдәргә лә сығара, ти. Ысынлап та, “Таң”гәзите күптәргә ижад ҡанаттарын нығытыу, мауыҡтырғыс журналист һөнәренә юл асыу мәктәбе лә булып тора. Был гәзиттә тәүҡәләмен һынаған, бер аҙ эшләп тәжрибә туплап киткән Әлфиә Шәрипова(Хәмитова), Зөһрә Йәһүҙина һәм Даян Мәжитовтар бөгөн республика майҙанына сыҡҡан үткер ҡәләмле, таныулы журналистар, мөхәррирҙәр. Уларҙы ла телгә алып ултырҙыҡ берҡауым. Арттырмай ғына әйткәндә лә,“Таң”дың даны был, Зәйтүнә Шәмиғолова һымаҡ йәштәргә иғтибарлы редакция журналистарының остазлығы, оҫталыҡ мәктәбе һөҙөмтәһе был.
Бөгөн өйҙә апай, әммә ҡулы белгәнде, йөрәге һөйгәнде ташлай, онота аламы ни кеше, бөгөн дә яҙыша, редакция үтенесентәрен үтәргә йөрәк йылыһын һалып тырыша бай тәжрибәле журналист. Тиккәме ни 41 йыл ғүмерен гәзит эшенә биргән. Ә яратҡан эшең, тәрән йөкмәткеле булған ғүмер юлың олоғайған көнөңдә матур хәтирәләре менән йәшәйешеңә, көнитмешеңә ҡот бирә, йәм өҫтәй.
Мөнир Фәйзуллин.