Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылда Башҡортостанда биш ҡасаба-ара газ үткәргес төҙөлә. Был дүрт районда 22 ауылды газ менән тәьмин итергә мөмкинлек бирә.
Социаль программа сиктәрендә ағымдағы йылда 459,5 саҡрым газ үткәргес төҙөү планлаштырыла. Был иһә 14 мең йортто газға тоташтырырға мөмкин тигән һүҙ. Программа ярҙамында бөтәһе 57,4 мең ғаилә газ менән файҙаланыу мөмкинлегенә эйә була. Башҡортостан ошо йүнәлештә алдынғы урындарҙы биләй.
Фото:«Шүлгәнташ» музей комплексы
“Башинформ”дан.