Йәмғиәт
8 Апрель 2025, 13:25

Баҡса еләге мул уңыш бирһен өсөн

Апрель айында баҡсасыларҙы бихисап эш көтә. “Яҙҙың бер көнө ҡышты туйҙырыр” йәки “Аяғың тәпелдәмәһә, ауыҙың сәпелдәмәҫ” тигән мәҡәлдәрҙе девиз итеп алып, эшкә тотонайыҡ.

Баҡса еләге мул уңыш бирһен өсөнБаҡса еләге мул уңыш бирһен өсөн
Баҡса еләге мул уңыш бирһен өсөн

Иң беренсе эште баҡсаны былтырҙан ҡал­ған сүп-сарҙан, ҡоро япраҡ­тарҙан таҙартыуҙан башлайыҡ. Унан емеш ағастарына иғтибарҙы йүнәлтәйек. Ағастарҙың сирле, кипкән ботаҡтарын ҡырҡып ташларға, олондары зарарланмағанмы, кимереүселәр-бөжәктәр төшмәгәнме икәнен тикшерергә кәрәк. Әйткәндәй, апрелдең икенсе яртыһында ағас үҫенте­ләрен ултыртырға мөмкин. 

Баҡса еләгенән мул уңыш алыу өсөн түтәлдәрҙе ҡороған япраҡтарҙан, башҡа сүп-сарҙан таҙартып, рәт араларын йомшартырға, ҡоротҡостарға ҡаршы төрлө саралар үткәрергә, ерҙе ашларға кәрәк.

Шуларҙың бер нисәһен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ:

1 стакан көлгә 1-2 литр ҡайнар һыу ҡойғас, һыуытырға ла, 2 грамм марганцовка,  2 грамм бор кислотаһы, 1 аш ҡалағы йод өҫтәп, япраҡтарға һибергә. Был ҡатнашма үҫентеләр өсөн яҡшы ашлама, ҡоротҡостарҙы бөтөрөү өсөн бына тигән сара ла булып тора.

1 литр тауыҡ тиҙәген 10 литр һыуҙа иретергә һәм өс көн мискәлә тоторға кәрәк. Уны 1:20 иҫәбенән еләктәрҙең төбөнә һибеп сығырға кәңәш ителә.

Үҫентеләр өсөн сүпрә лә файҙалы. Бының өсөн икмәкте 6-10 көн самаһы һыуҙа әсетәләр ҙә, ҡатнашманы 1:10 иҫәбенән еләктең төбөнә ҡоялар.

Йәш кесерткәнде йыйып һыуға һалырға һәм өҫтөн марля менән ябып ҡуйырға. Үҫенте тамырына һипкән саҡта әлеге ҡатнашманы 1:20 иҫәбенән ҡулланырға кәрәк. Был ашламанан һуң тупраҡта үҫемлектәр өсөн файҙалы селәүсендәр барлыҡҡа килер.

40 мл нашатыр спиртын 10 литр һыуға ҡушып, сезонға өс тапҡыр баҡса еләге төптәрен һәм рәт араларын иртә яҙын, сәскә атҡас һәм еләген йыйғас эшкәртергә кәрәк. Нашатыр азотҡа бай ашлама һәм ҡоротҡостарға ҡаршы яҡшы сара булып тора.

Баҡса еләгенән мул уңыш алам тигәндәргә 10 мл. йодты 10 литр һыуға ҡушып, ошо ҡатнашма менән үҫентеләрҙе ун көнгә бер эшкәртеп торорға кәңәш ителә. 5 литр йылы һыуға 50 грамм ҡоро гәрсис һалып, ике көнгә ултыртып ҡуйырға. Ошо ашламаға тағы ла 5 литр һыу өҫтәргә һәм еләккә һибеп сығырға кәрәк. Шулай уҡ 1 литр һыуға 2-3 ҡалаҡ ҡайнатылған әрем ҡатнашмаһы һалып ашлау ҙа ҡоротҡостарҙан ҡотолорға ярҙам итәсәк, ти баҡсасылар.

Уңышығыҙ мул булһын!

 

Автор:
Читайте нас