Был конкурстың шарты ябай ғына – “Таң” гәзитенең өйөгөҙҙә һаҡланған элекке һандарының береһен редакцияға алып килеп (йәки фотоға төшөрөп һалып, тексты ла электрон рәүештә яҙып), уның ни өсөн һаҡланыуы тураһында бәйән итергә йәки яҙып бирергә кәрәк.
Сәриә Йомабай ҡыҙы “Таң”дың 2002 йылдың 30 апрелендә, 2016 йылдың 2 декабрендә һәм 2018 йылдың 28 декабрендә донъя күргән һандарын тотоп килгән ине.
Сәриә апай Белорет районының Аҙнағол ауылында тыуған. Бала сағы Сермәндә үткән. 1971 йылда йүнәлтмә буйынса Бөрйәнгә эшкә килә. Бер йыл Мәндәғолда эшләгәндән һуң икенсе йылына Ғәлиәкбәргә ебәрәләр. Башланғыс кластарҙа уҡыта, йыр дәрестәрен алып бара. Пионервожатый эшен дә башҡара.
Ғүмере буйы ауыл тормошонда ҡатнашып йәшәй, сәхнәнән төшмәй. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советын да етәкләй, ҡатын-ҡыҙҙар съезында делегат булып та ҡатнаша. Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе лә була.
-“Таң” гәзитен Бөрйәнгә килгәндән бирле – 1971 йылдан алып алдырып уҡыйым. Гәзит бик оҡшай. Эшләгән саҡтарымда гәзит-журналға, ғөмүмән, күп яҙыла торғайным. Ауылда иң күбе һин алдыраң, тиерҙәр ине. Ҡыҙыҡлы мәҡәләләрҙе, шиғырҙарҙы ҡырҡып алып, һаҡлап барам.
Яйлап үҙем дә гәзиткә мәҡәләләр яҙғылай башланым. Һуңғы йылдарҙа сәләмәтлеккә бәйле әҙерәк туҡтап торһам да, яҙғы килә ул, - ти гәзиткә 50 йылдан артыҡ тоғролоҡ һаҡлаусы замандашыбыҙ.
“Таң”-дың төрлө йылдарҙа сыҡҡан һандарын ниңә һаҡлаған һуң Сәриә Йомабай ҡыҙы?
2002 йылдың 30 апрелендә сыҡҡан һанға күҙ һалайыҡ. Баҡтиһәң, был һандың дүртенсе битендә халыҡ-ара бейеү көнө уңайынан Сәриә апайҙың “Ғәлиәкбәр Туйсинаһы” тигән мәҡәләһе донъя күргән булған икән.
Ауылдашы Рәсимә Аҫылғужина хаҡындағы мәҡәләһендә шундай юлдар бар:
“Курсҡа барғанда уның оҫта бейеүен күреп, ансамблдә ҡалырға ла димләйҙәр. Ләкин ул риза булмай.
Мин уның бейеүен тәүге тапҡыр 1972 йылда күреп, хайран ҡалдым һәм ул минең күңелдә тик бейеүсе Рәсимә булып ҡына ҡалды.
Тормош – сәхнә, илата ла, йырлата ла. Рәсимәнең дә эсер һыуҙары, яҙмышы ошонда булғандыр инде. Яҙмыш елдәре уны ошо төпкөл Ғәлиәкбәр ауылына алып килмәһә, бәлки, ул ҙур сәхнәләрҙә бейер, маҡтаулы исемдәр ҙә алыр ине. Ләкин уға Ғәлиәкбәр Туйсинаһы булып ҡалырға яҙғандыр...”
2016 йылдың 2 декабрҙәге һанында Сәриә Йомабай ҡыҙының “Ауыл биҙәге ул йолалар” тигән мәҡәләһе донъя күргән. Унда ауыл хәбәрсеһе район ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Рәшиҙә Ғиззәтуллинаның Ғәлиәкбәрҙә ауыл ҡатын-ҡыҙҙары менән бик файҙалы осрашыу үткәреүе хаҡында бәйән итә.
“Республика кимәлендә үткән ҡорамасылар конкурсында еңеүсе осрашыуға буш ҡул менән килмәгән – үҙенең күҙ яуын алыр ҡорамаларын алып килеп, үҙенсәлекле ҡорамалар ҡороу ысулдары менән бүлеште.
Рәшиҙә ханымдың маҡсаты изге – халҡыбыҙҙың йолаларын, матур эштәрен, ғәҙәттәрен йәш быуынға аманат итеп тапшырыу”, тип яҙа автор.
“Таң”-дың 2018 йылдың 28 декабрендәге һанында Сәриә Минһажеваның “Уңғанлыҡта – бәрәкәт” тигән мәҡәләһе донъя күргән. Ул Нәҙир һәм Хәшиә Ғәлиевтарҙың матур ғаиләһе хаҡында.
Мәҡәләләге: “Ҡәйнәм Рәшиҙә беҙ өйләнешкән йылда вафат булды. Шуныһы үкенесле: ейән-ейәнсәрҙәрен һөйә алманы инде. Мине үҙ ҡыҙындай ҡабул итте. Нимә бешерһә лә, еңгәгеҙгә алып барығыҙ, тип бикәстәремдән ебәрә торғайны, – тип йылы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты Хәшиә”, тигән юлдар айырыуса күңелгә яҡын.
Эйе, Белорет ерендә тыуып, Бөрйән ерендә ғүмер итеүсе Сәриә апай Минһажеваның да яҙмалары – район тарихының кескәй генә бер ярсығы. Тап ошондай ярсыҡтарҙан хасил да инде ҙур тарих. Район йылъяҙмаһын яҙышҡан, әле лә уға тоғро булған авторҙарыбыҙға бик рәхмәтлебеҙ.
Шулай итеп, конкурс эштәрен баҫа башланыҡ. Әйҙәгеҙ, әүҙемерәк булайыҡ, райондаштар. Райондың айырылғыһыҙ юлдашы, йылъяҙмаһы булған “Таң” тураһында иҫтәлектәрегеҙ менән бүлешегеҙ, уның хаҡында шиғырҙар яҙып ебәрегеҙ. Ҡыҫҡаһы, район гәзитенең юбилейына арналған конкурстарҙа әүҙем ҡатнашығыҙ!
Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
“Архив һандығы” конкурсы
Күптәрҙең өйөндә бер-нисә тиҫтә йылдар элек сыҡҡан район гәзиттәре һаҡланалыр, бәлки. Уларҙы редакцияға алып килеп, һаҡланыу тарихы тураһында һөйләгеҙ (йәки яҙып ебәрегеҙ). Район гәзитенең иң элекке һаны хужаларын бүләктәр көтә.
“Мин “Таң” гәзитен яратам” фотоконкурсы
Район гәзите менән төшкән үҙенсәлекле фотоһүрәттәрегеҙҙе һәм яҙмағыҙҙы “Таң” гәзитенең “ВКонтакте” төркөмөнә, tan_burz@mail.ru почтаһына ебәрегеҙ. Фотолар редакцияның интернет селтәрендәге рәсми төркөмөндә баҫылып сығасаҡ. Иң күп “лайк” билдәһе йыйған һүрәт авторы махсус приз менән бүләкләнәсәк.
Ижади конкурс
Әҙәби конкурсҡа “Таң” гәзите тураһында иҫтәлектәр менән бәйле яҙмаларығыҙҙы, гәзиткә арналған шиғырҙарығыҙҙы ебәрегеҙ. Улар гәзит биттәрендә донъя күрәсәк. Иң ҡыҙыҡлы әҫәрҙәрҙең авторҙарын иҫтәлекле бүләктәр көтә.
Конкурсҡа материалдарҙы 30 апрелгә тиклем редакцияға алып килергә йәки “Таң” гәзитенең “ВКонтакте” төркөмөнә һәм tan_burz@mail.ru почтаһына “Юбилей конкурсына” билдәһе менән ебәрергә мөмкин.
Белешмәләр өсөн телефон: 8 (34755) 3-62-92.