Йәмғиәт
3 Апрель 2025, 03:55

Хаҡлы ялдағы табипты ҡыуандырғандар

 “Оло йәштәгеләрге ярҙам” акцияһы сиктәрендә Байназар ауылы ирекмәндәре оло йәштәге һәм яңғыҙ йәшәүсе оло йәштәге кешеләргә ярҙам күрһәтеүҙе дауам итә. Ошо көндәрҙә улар ауылдың почетлы гражданины, 46 йыл амбулатор дауаханала баш табип булып, ғүмере буйы халыҡ сәләмәтлеген ҡайғыртҡан һәм әлеге көндә аяғы һыныу сәбәпле костыль менән генә хәрәкәт итеүсе Ишморатов Мөбәрәк Мансур улының хәл-әхүәлен белешеп, уға хужалығында ярҙам иткән.

Хаҡлы ялдағы табипты ҡыуандырғандарХаҡлы ялдағы табипты ҡыуандырғандар
Хаҡлы ялдағы табипты ҡыуандырғандар

 “Оло йәштәгеләрге ярҙам” акцияһы сиктәрендә Байназар ауылы ирекмәндәре оло йәштәге һәм яңғыҙ йәшәүсе оло йәштәге кешеләргә ярҙам күрһәтеүҙе дауам итә.

Ошо көндәрҙә улар ауылдың почетлы гражданины, 46 йыл амбулатор дауаханала баш табип булып, ғүмере буйы халыҡ сәләмәтлеген ҡайғыртҡан һәм әлеге көндә аяғы һыныу сәбәпле костыль менән генә хәрәкәт итеүсе Ишморатов Мөбәрәк Мансур улының хәл-әхүәлен белешеп, уға хужалығында ярҙам иткән.

Ирекмәндәр ихатаны сүп-сарҙан таҙартҡан, өй эсен дә тәртипкә килтергән, иҙәндәрҙе йыуған.

Мөбәрәк Мансур улы бик шатланып, иғтибарҙары, хәстәрлектәре һәм ярҙамдары өсөн ирекмәндәргә ҙур рәхмәттәр белдереп ҡалған.

Ололарҙы ололау – яҡшылыҡтың билдәһе. Изге эштәре менән сауап алып йөрөүсе ирекмәндәргә афариндан башҡа һүҙ юҡ.

Сығанаҡ: "Мәсем" балалар һәм үҫмерҙәр клубы сәхифәһе.

Хаҡлы ялдағы табипты ҡыуандырғандар
Хаҡлы ялдағы табипты ҡыуандырғандар
Хаҡлы ялдағы табипты ҡыуандырғандар
Хаҡлы ялдағы табипты ҡыуандырғандар
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас