Йәмғиәт
1 Апрель 2025, 04:55

Һөнәрле булырға теләһәгеҙ...

Бөрйән районы мәшғүллек үҙәгенең “Әсәй булдыра” тигән берҙәм көнө сиктәрендә  эшһеҙлек буйынса иҫәптә торған ҡатын-ҡыҙға, махсус хәрби операцияла  ҡатнашыусының ғаилә ағзаһына, “Парикмахер” йүнәлеше буйынса һөнәри әҙерлек үтеү тураһында сертификат тапшырылды.

Һөнәрле булырға теләһәгеҙ...Һөнәрле булырға теләһәгеҙ...
Һөнәрле булырға теләһәгеҙ...

Бөрйән районы мәшғүллек үҙәгенең “Әсәй булдыра” тигән берҙәм көнө сиктәрендә  эшһеҙлек буйынса иҫәптә торған ҡатын-ҡыҙға, махсус хәрби операцияла  ҡатнашыусының ғаилә ағзаһына, “Парикмахер” йүнәлеше буйынса һөнәри әҙерлек үтеү тураһында сертификат тапшырылды.

-Уҡытыу 2025 йылдың 24 мартынан 5 майына тиклем үткәрелә. Р. Ураҙғолова әлеге мәлдә уңышлы ғына итеп практика үтеп йөрөй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һөнәри белем алыу сертификаттары, тимәк, хеҙмәт баҙарында үҙеңдең позицияларыңды яҡшыртыу мөмкинлеге менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәм уның ғаилә ағзалары ғына түгел, мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә торған эшһеҙ граждандар, мәшғүл булмаған граждандар, декрет ялында булған ҡатын-ҡыҙҙар, пенсионерҙар файҙалана ала.

Һеҙҙең ҡаҙаныштар – беҙҙең ғорурлыҡ! Һеҙгә юғары һөҙөмтәләргә ирешеүегеҙҙе теләйбеҙ, - тиҙәр район мәшғүллек үҙәгендә.

Сығанаҡ: Центр занятости населения по Бурзянскому району

Һөнәрле булырға теләһәгеҙ...
Һөнәрле булырға теләһәгеҙ...
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас