Уҙған йылда район ветстанцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан сысҡандарҙан 48 объект, 476 мең кв.м. биләмә ер, талпандан - 49 объект, 402 мең кв.м. ер махсус препараттар менән эшкәртелгән. Яңы законға ярашлы, ағымдағы йылда махсус лицензиялы кешеләр генә ҡоротҡос-бөжәктәргә ҡаршы эшкәртеү менән булыша ала, шуға күрә был эште район ветеринар станцияһы ғына башҡарырға хоҡуҡлы.
Район биләмәһендә эшкәртеү саралары ваҡытында үтәлһә лә, халыҡҡа был ауырыуҙар хаҡында белеү һәм һаҡланыу саралары күреү яҙыҡ булмаҫ.
Халыҡ телендә сысҡан биҙгәге тип аталған бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк бил, баш һәм мускулдар ауыртыуына, температура күтәрелеүенә килтергән вирус арҡаһында барлыҡҡа килә. Сирҙе йоҡтороу ҡурҡынысы яҙ-йәй айҙарында айырыуса көслө. Таратыусылары - йорт һәм ҡыр сысҡандары. Вирус кимереүселәрҙең кибеп, саң менән һауаға таралған бүлендеһе аша тын алғанда йәки тирегә, күҙгә, танауға, ауыҙға эләккән осраҡта күсә. Организмға аҙыҡ аша, ҡулдарҙы йыумай ашағанда, урманда эшләгәндә йоғорға мөмкин. Шулай уҡ, сысҡандар таралған бинаны йыйыштырған йәки ремонтлаған ваҡытта туҙан аша үпкәгә эләгеүе ихтимал. Биҙгәккә ҡаршы ниндәй ҙә булһа вакцина йәки иммуноглобулин юҡ. Унан тик дөйөм санитария ҡағиҙәләрен үтәп кенә һаҡланырға була. Әйтергә кәрәк, сысҡан биҙгәге кешенән кешегә йоҡмай. Ирҙәр бындай биҙгәкте ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда ауырыраҡ кисерә.
Ауырыуҙың тәүге билдәләре 4-46 көндән һуң барлыҡҡа килергә мөмкин. Уртаса алғанда, сысҡан биҙгәгенең инкубация осоро яҡынса 1 ай. Ошо арауыҡта вирус кеше организмында үрсей һәм тарала. Ауырыу үҙен һиҙҙереүҙең күрһәткесе кешенең иммун системаһының эшенә һәм торошона бәйле.
Сысҡан биҙгәгенең менән ауырыу стадиялары 3 осорға бүленә:
Тәүгеһе - 3 тәүлектән әҙерәк дауам итә. Был стадияла сысҡан ауырыуын асыҡлауы ауыр, сөнки уның билдәләре специфик түгел. Симптомдары грипҡа оҡшаш - тән температураһы 40 градусҡа тиклем күтәрелә, кеше көслө баш ауыртыуына, ауыҙ кибеүенә һәм дөйөм хәлһеҙлеккә зарлана. Тән тиреһендә сабыртмалар барлыҡҡа килергә мөмкин. Был осорҙа табипҡа күренеү һәм дауалауҙы башлау бик мөһим.
Сирҙең икенсе осоро 5-11 тәүлек дауам итә. Юғары тән температураһы һаҡлана, бил тирәһе ауырта, күңел болғаныуы, ҡоҫоу, ашҡаҙан ауыртыуҙары, шешенеүҙәр барлыҡҡа килә. Был этапта вирус бөйөрҙәрҙе зарарлай.
Һуңғы осор – һауығыу стадияһы: ҡоҫоу һәм ауыртыу бөтә, йоҡо һәм аппетит нормалләшә. Шулай ҙа ауыҙ ҡыуышлығында ҡоролоҡ һәм дөйөм хәлһеҙлек һаҡлана, улар бер нисә көндән генә юғала.
Сысҡан биҙгәге менән бер рәттән, яҙ көнө талпандар ҙа әүҙемләшә, шуға күрә урман-ҡырҙарға сыҡҡанда һаҡ булырға кәрәк. Талпандың тешләүе эрлихиоз, коксиеллез, туляремия, талпан тифы, талпан фалижы кеүек сирҙәргә килтереүе ихтимал. Был сирҙәрҙең күбеһе өсөн баш ауыртыу, күңел болғаныу, быуындарҙың һыҙлауы, тешләнгән урындарҙың ҡыҙарыуы кеүек билдәләр хас. Ҡайһы бер осораҡтарҙа бөжәктәрҙең тешләүе кеше ғүмер өсөн хәүефле булыуы ихтимал.
Талпандан һаҡланыу саралары:
-бөжәктәрҙән һаҡланыу өсөн уңайлы кейем, мәҫәлән, оҙон ҡуңыслы итек кейергә кәрәк. Тәбиғәткә сыҡҡанда сәғәт һайын кейемгә талпандың эләгеү-эләкмәүен тикшереп тороу хәйерле;
-талпандарға ҡаршы сығарылған махсус аэрозоль тибындағы препараттарҙы файҙаланыу мотлаҡ;
-талпан энцефалитынан вакцина эшләтеү;
-әгәр талпан тешләгән икән, тиҙ арала яҡындағы медицина ойошмаһына – поликлиникаға, фельдшер пунктына – бөжәкте алдырыу һәм уны тикшертеү өсөн мөрәжәғәт итеү зарур.