Йәмғиәт
28 Марта 2025, 06:00

БАТЫРҘАРЫБЫҘ ИСЕМЕ ОНОТОЛМАҪ

Ырғыҙлы мәктәбендә Украинала барған махсус операцияла батырҙарса һәләк булып ҡалған Сирбаев Руслан Рәшит улы, Ғәлин Марат Миңлегәрәй улы һәм Абдуллин Радмил Радик улы иҫтәлегенә герой парталары асылды.

БАТЫРҘАРЫБЫҘ ИСЕМЕ ОНОТОЛМАҪБАТЫРҘАРЫБЫҘ ИСЕМЕ ОНОТОЛМАҪ
БАТЫРҘАРЫБЫҘ ИСЕМЕ ОНОТОЛМАҪ

Мәктәп директоры Айгөл Ғазина, район хакмиәтенең йәштәр эше буйынса белгесе Әсҡәт Ямғурсин, район ветерандар советы рәйесе Олег Ғәлиев, Ватанды һаҡлаусылар фонды белгесе Мәүсилә Ямғурсиналар телмәр тотоп, батырҙар хаҡында йылы һүҙҙәр әйтте.
Сарала геройҙарҙың ата-әсәләре Миңниса Йомағол ҡыҙы һәм Миңлегәрәй Зәкир улы Ғәлиндар, Эльвира Исламшәриф ҡыҙы һәм Радик Мәҡсүт улы Абдуллиндар, Русландың әсәһе Әлмира Мөҙәрис ҡыҙы менән ҡатыны Елена Викторовна Сирбаевалар, уларҙың туғандары һәм яҡындары ҡатнашты.
Герой парталары өҫтөнән япмаларҙы асып, иҫтәлеккә фотоға төшкәндән һуң уҡыу алдынғылары Айлина Аҫылғужина, Иршат һәм Дилара Ғәҙелшиндар, Наргөл Нәҙершина, Данир Әбделмәновтар «Герой партаһы» артына ултырҙы.
Утты, һыуҙы кискән
ҡаһармандың
Яҙмышы бит йырға
торорлоҡ.
Күңелендә тик бер теләк
янған -
Халҡына һәм илгә тоғролоҡ! - тип беҙҙең батырҙарыбыҙ хаҡындағы иҫтәлек быуаттарҙан-быуаттарға күсеп нығынһын, бар донъяны тыныслыҡ һөйгән кешеләр берләштереп тотһон, Еңеү өсөн ғүмерҙәрен аямаған батырҙарыбыҙға дан, тигән нотала тамамланды сара. 

Автор:Булат Тимергалиев
Читайте нас