Йәмғиәт
25 Марта 2025, 05:47

Бөгөн - мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө

Халыҡтың тормошон сағыуыраҡ, йәнлерәк итеү өсөн мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре күп көс һала. Мәҙәниәттә осраҡлы кешеләр юҡ, унда тик үҙ эшен бар күңеле менән яратҡан, фантазияға бай, киң уй-фекерлеләр генә эшләй ала. Шундайҙарҙың береһе - район мәҙәниәт һарайы директоры Гөлнур Ғәле ҡыҙы Нәҙершина.

Бөгөн - мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөБөгөн - мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө
Бөгөн - мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө

Өс тиҫтә йылға яҡын ғүмерен мәҙәниәткә арнаған, райондаштары араһында хөрмәт ҡаҙанған, бай тәжрибәле мәҙәниәт хеҙмәткәре ул.

Гөлнур Ғәле ҡыҙы Яңы Мөсәт ауылында тыуып-үҫкән. Мәктәп йылдарында уҡ мәҙәни сараларҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша, спорт ярыштарынан да ситтә ҡалмай. Һәләтле ҡыҙҙың күңелендә  мәҙәниәткә һөйөү уятыусы Гүзәл Һырлыбаева һәм Мөхәррәм Ҡасҡынбаев була. Йәмғиәт тормошоноң уртаһында ҡайнап үҫкән ҡыҙ мәктәптән һуң Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумына уҡырға инә һәм 1998 йылда ҡулына диплом алып, ошо уҡ йылда район мәҙәниәт һарайында мәҙәни кисәләр үткәреүсе булып эш башлай. Бер йыл да үтмәй, уны художество етәксеһе итеп күсерәләр һәм үҙен тырыш, сос, һәләтле хеҙмәткәр итеп күрһәткән белгесте 2004 йылда район мәҙәниәт һарайына директор вазифаһына тәғәйенләйҙәр. Шунан алып бөгөнгө көнгәсә эшенә төптән егелеп район мәҙәниәтен күтәреү өҫтөндә тырышып эшләй Гөлнур Ғәле ҡыҙы. Ул етәкселек иткән осорҙа район һәм ауыл мәҙәниәт йорттарында “халыҡ” һәм “өлгөлө” исемен йөрөткән 2 тиҫтәнән ашыу ансамбль барлыҡҡа килгән, төрлө йәш категорияһына үҙешмәкәр түңәрәктәр гөрләп эшләй, иҫәпһеҙ-һанһыҙ күләмле мәҙәни саралар үткән.  

“Эшем бик оҡшай. Минең бурыс – халыҡтың ялын файҙалы, фәһемле ойоштороу ғына түгел, ә йәш таланттарҙы күрә һәм үҫтерә белеү. Балаларҙа бәләкәй саҡтарынан мәҙәниәткә, сәнғәткә һөйөү тәрбиәләү маҡсатынан улар өсөн төрлө конкурстар, саралар үткәрәбеҙ. Йәш таланттарҙы үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә шөғөлләнергә саҡырабыҙ. Уларҙы үҫтереп, район, республика кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнаштырабыҙ. Эшебеҙ һөҙөмтәле – мәҙәниәт юлын һайлаусы йәштәр бихисап. Ғөмүмән алғанда, мәҙәниәт усаҡтары һәр ауылдың йәме, халыҡты берләштереүсе урын булырға тейеш тип иҫәпләйем.

Әлеге көндә районда мәҙәниәт өлкәһе 150 кешене эш менән тәьмин итә, шуларҙың 71-е - белгестәр.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре халыҡты мәҙәниәткә ылыҡтырыу, уның тормошон сағыуыраҡ итеү, яңы таланттар асыу, халҡыбыҙҙың милли йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау, киләһе быуынға тапшырыу, йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү маҡсатында һөҙөмтәле эшләй.

Ошо юҫыҡта эш пландары ҡабул ителеп, һәр ауылда төрлө мәҙәни саралар үтә.

Шулай уҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре МХО-ла хеҙмәт итеүсе яҡташтарыбыҙға әүҙем ярҙам итә, был юҫыҡта эште башлаусы, ойоштороусы булып та йөрөйҙәр. Маскировка селтәрҙәре үреү, ойоҡбаш-бирсәткәләр бәйләү, аҙыҡ-түлек хәстәрләү менән берлектә хәйриә концерттары, төрлө акциялар ойошторола (“Изгелек кәрзине”, “Хәлдәрең нисек?” һ.б.). Был акциялар яугирҙарға ғына түгел, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йәһәтенән дә булдырылған,” - ти етәксе.

Тынғыһыҙ эштә уңышлы эшләүсе Гөлнур Ғәле ҡыҙы ғаиләһендә лә өлгөрә – тормош иптәше Хәйҙәр Миңнур улы менән арыҫландай ике ул үҫтерәләр. Өлкән улдары Даян инженер-электрик һөнәрен үҙләштереп, ошо өлкәлә себер тарафтарында эшләп йөрөһә, бәләкәстәре Баязит 6-сы синыфта белем ала.

Гөлнур Ғәле ҡыҙының милли мәҙәниәтте һаҡлау һәм үҫтереү өсөн һалған тырышлығы район хакимиәте, халыҡ ижады үҙәге тарафынан бик күп рәхмәт хаттары, грамоталар менән билдәләнгән. Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының почет грамотаһына лайыҡ булған.

-Быйылғы йыл юбилей сараларына бик бай: Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, районыбыҙҙың 95 йыллығына бихисап саралар планлаштырғанбыҙ. Тиҙҙән генә ойошма һәм учреждениелар араһында “Тыуған ерҙе данлап” тип исемләнгән район фестивале старт аласаҡ. Йыл әйләнәһенә бер генә көн дә буш ултырмайбыҙ. Был өлкәлә эшләүселәр өсөн ял, байрам юҡ. Үткән һәр сара артында үҙ эшен яратып башҡарған хеҙмәткәрҙәрҙең күңел йылыһы, физик көсө, таланты, тырышлығы тора. Шуға күрә, үҙ сиратымда, хеҙмәттәштәремдең эшен лайыҡлы баһаларға, рәхмәт  һүҙҙәрен еткереп торорға тырышам, улар менән ғорурланам. Уңайҙан файҙаланып, коллегаларымды мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым. Барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ, күңел күтәренкелеге, көс-ҡеүәт, дәрт-дарман теләйем! – ти Гөлнур Ғәле ҡыҙы.

Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас