Йәмғиәт
24 Март 2025, 09:32

Оло йәштәгеләр өсөн мөһим проект

Республикала 900 меңдән ашыу өлкән быуын гражданы йәшәй. Уларҙың сифатлы тормошо өсөн шарттар булдырыуға һәм граждандарҙың сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуына булышлыҡ итеү маҡсатында республика башлығы Р. Хәбиров указы менән «Демография» милли проекты сиктәрендә бер нисә сара тормошҡа ашырыла. Шуларҙың береһе - «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм».

Оло йәштәгеләр өсөн мөһим проектОло йәштәгеләр өсөн мөһим проект
Оло йәштәгеләр өсөн мөһим проект

Был проект ауыл, ҡала һәм район сиктәренән сығып, яңы ерҙәр күрергә, республика тәбиғәте менән яҡынданыраҡ танышырға мөмкинлек бирә. Биш йыл эсендә проект сараларында дөйөм алғанда 1 миллиондан ашыу кеше ҡатнашҡан.

Бөрйән районында ла оло быуын вәкилдәре «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм» проектында ихлас һәм теләп ҡатнаша. Проект старт алғандан алып 2024 йылға тиклем райондаштар өсөн Белорет районының Ассы шифаханаһына, Учалы районының Әүлиә шишмәһенә, Абзаҡ курортына һәм башҡа урындарға 11 сәйәхәт ойошторолған. Уларҙа 457 кеше бушлай ял иткән. Шулай уҡ, ошо проект сиктәрендә, районыбыҙ күп кенә хаҡлы ялдағы туристарҙы ҡабул иткән. Ағымдағы йылда ла бындай мауыҡтырғыс сәйәхәттәр планлаштырылған.

- Оло йәштәгеләр өсөн бындай саралар бик мөһим. Бындай сәйәхәттәр социаль бәйләнештәрҙе нығыта, берҙәмлек һәм ярҙам атмосфераһын булдыра, - ти «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм» проектында ҡатнашыусы апай-инәйҙәр.

Оло йәштәгеләр өсөн мөһим проект
Оло йәштәгеләр өсөн мөһим проект
Оло йәштәгеләр өсөн мөһим проект
Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас