Йәмғиәт
6 Март 2025, 10:15

Тормошҡа ашҡан хыял...

Иҫке Монасип мәктәбе директоры Данил Ҡотлобаев бала сағында кем булырға хыялланған, тиһегеҙ? Юҡ, директор түгел шул...

Тормошҡа ашҡан хыял...Тормошҡа ашҡан хыял...
Тормошҡа ашҡан хыял...

“Бына һеҙ бала саҡта кем булырға хыялландығыҙ? Күптәрегеҙ бәлки космонавт, шофер булырға ла хыялланғандыр. Ә бына мин нишләптер йырсы булырға хыялландым. Кемгә нимә етешмәй шуны хыяллана тигән кеүек, Аллаһ моң бирмәгәс, бирмәгән инде. Шуға ла, бәлки, йырсы булыу иң ҙур хыялым булғандыр. Алтынсы класта уҡығанда мәктәп буйынса йыр конкурсы бара. Әрһеҙерәк, ҡыйыуыраҡ уҡыусылар сығып, бер-бер артлы йырлай торалар. Алып барыусы апай: "Йә, балалар, хәҙер кем йырлай?" - тиһә, сәхнәгә менәм дә китәм бит, әй. Шулай һәр бер бала аша сығып йырланым, һорағастар, инәлтеп тормайым бит инде. Саранан һуң, әсәйемә (ул да уҡытыусы булып эшләй ине) "малайыңдың ни моңо юҡ, ни тауышы юҡ, әммә ныҡыш, сыға ла йырлай, сыға ла йырлай, үҙен-үҙе ыҙалатып башҡа йырламаһын", тип мәктәптән әйтеп ҡайтарғастар, ҡабат бер ваҡытта ла сәхнәгә сығып йырлайым тип йөрөмәнем. Әммә күңел сәхнәгә тартылғас тартылалыр инде. Бейеү буйынса район кимәлендәге конкурстарҙа беренсе урынды биргәнем булманы. Ҡурай, баянды ҡулдан төшөрмәнем. Әммә яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ, тигәндәй, мине тормош уҡытыусы итеп әҙерләне. Бөрө педагогия институтын тамамлап, Башҡорт дәүләт университетында уҡытып йөрөгән ерҙән армия сафтарына алдылар. Өс ай үтеүгә старшина итеп, айырым взвод беркетеп ҡуйғастары, ваҡыт күп саҡта тип күңелдә тыуған шиғыр, йырҙарҙы яҙа башланым. Армиянан һуң йыр ҡайғыһымы һуң инде, баш менән эшкә сумдым. Бер туған ҡусты менән ағас эшенә мөкиббән китеп тотоноп алып киттек. Эш араһында мөңрәп көйләп тик йөрөү ғәҙәткә әйләнеп китте бит әй. Күңел төпкөлөнә йәшергән хыялымдағы Данил сәхнәлә оҫта йырсы һымаҡ тойолһа ла, ысынында минең көйләүемдән эргәмдә йөрөгәндәр ялҡып китә ине хатта ҡай саҡ. Ялҡып китә тигәс бер ҡыҙыҡ хәл иҫкә төштө. Учалыла атайымдың ике туған ағаһы Әхтәм бабайымдарға 2000-се йылдар бесән эшләшергә барырға тура килде. Таң менән сабынлығына барып төштөк. Әйберҙәрҙе рәтләп алғас, көйләп мөңрәй-мөңрәй йөрөп күбә һала башланым. Бабайым миңә ҡарап, эй, улым, бесән эшләүҙәре күңелле икән һинең менән, ти. Мин ни, тегегә ҡарап йылмайҙым да, өндәшмәй, онотолоп артабан күбә күбәләүемде дауам иттем. Көн кискә ауышҡас, Әхтәм бабайым эргәмә килеп ҡулын яурынға һалды ла, һүгенеп тороп, мөңрәп йөрөп ялҡыттың бит, улым, тигәйне, көлөп эсемде тотоп тәгәрәп киттем хатта. Үәт, шулай. Шунан күҙ алдына килтерәһегеҙҙер минән ниндәй йырсы сыҡҡанын. Күңел тулы моң булғас, үҙем эстән әсенеп көйәм, ҡайһындай матур йырҙар әрәм була инде тип.
     Шулай бер көндө райүҙәккә барғанда Ҡыпсаҡ һылыуы Сәлимә Ғарифуллина менән һөйләшеп торғанда, һүҙ араһында "Юлдаш" каналына йыр конкурсында ҡатнашырға йыр эҙләүен әйтеп һалды. Мин әйтәм, әйҙә, үҙемдең йырымды бирәм, ә һин, йөррәт итһәң, йырларһың. Ҡыуанып риза булды Сәлимә. Һүҙҙәрен, көйөн бирҙем. Тырыш кеше ни бара һалып, үҙ эшенең оҫтаһы Илшат Абдрахмановтың студияһында йырҙы матур итеп яҙҙырып та ҡайтты. Бына бөгөн, бабайҙар әйтмешләй, нәүешниктәремде ҡолаҡтан төшөрмәй, көнө буйы Сәлимәнең наҙлы ла, моңло ла тауышын тыңлайым.
Хыялымды тормошҡа ашырғаны өсөн Бөрйәнебеҙ һандуғасы Сәлимә Ғарифуллинаға һәм оранжировкалаусы, баянсы, ҡыҫҡаһы үҙ эшенең оҫтаһы Илшат Абдрахмановҡа ҙур рәхмәтемде еткерәм. Эштәрендә уңыштар, алдағы тормоштарында бәхет, һаулыҡ теләйем. Киләсәктә лә беҙҙе ҡыуандырып матур матур йырҙар ижад итегеҙ. Ә беҙ, моң һөйөүселәр, һеҙҙе тыңлап ҡыуанырбыҙ”, тип яҙа ул үҙенең сәхифәһендә.

Йырсы булмаһа ла, шағир, хатта композитор булып киткән бит, әй!

Тормошҡа ашҡан хыял...
Тормошҡа ашҡан хыял...
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас