Йәмғиәт
6 Март 2025, 10:25

Ҡатын-ҡыҙҙар клубында осрашыу үтте

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә «Ватанды һаҡлаусылар» фонды һәм ғаилә хеҙмәте менән берлектә «Беҙҙең хис-тойғолар» темаһына ҡатын-ҡыҙҙар клубының сираттағы осрашыуы үтте. Сара МХО-ла ҡатнашыусыларҙың һәм һәләк булғандарҙың ҡатындарына һәм әсәләренә арналды.

Ҡатын-ҡыҙҙар клубында осрашыу үттеҠатын-ҡыҙҙар клубында осрашыу үтте
Ҡатын-ҡыҙҙар клубында осрашыу үтте

Сараның тәүге өлөшөндә ғаилә хеҙмәте психологы М. Вәлиевтың арт-терапия сеансы үткәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең хис-тойғоларын ҡағыҙға төшөрҙө.

Икенсе өлөштә Инзирә Ишморатова менән Нурзилә Усманованың ижади эштәренән күргәҙмә ойошторолдо. Улар үҙҙәренең ҡул эштәре – бәләкәй түшелдеректәр, сәс биҙәүестәре, броштар, тәбиғи һабын, шулай уҡ ҡаты шампундар һәм ирен өсөн бальзамдар тураһында ентекләп һөйләне.

Гүзәл заттар Инзирә менән берлектә иҫтәлеккә үҙенсәлекле байрам открыткалары әҙерләне. Һуңынан улар открыткаларҙы бер-береһенә 8 мартҡа бүләк итеп тапшырҙы.

Осрашыуҙа ҡатнашыусы, хәрби операцияла һәләк булған һалдаттың әсәһе Гүзәл Ғәлина үҙенең сәйләндән эшләнгән эштәрен күрһәтте. Был мауығыу уға күңелһеҙ уйҙарҙан арынырға ярҙам итә, ижад иткәндә улы менән бергә булған мәлдәрен иҫкә алып, күңелен йыуата.

Осрашыуҙан ҡатын-ҡыҙҙар ҡәнәғәт булып таралышты.

Ҡатын-ҡыҙҙар клубында осрашыу үтте
Ҡатын-ҡыҙҙар клубында осрашыу үтте
Ҡатын-ҡыҙҙар клубында осрашыу үтте
Ҡатын-ҡыҙҙар клубында осрашыу үтте
Ҡатын-ҡыҙҙар клубында осрашыу үтте
Ҡатын-ҡыҙҙар клубында осрашыу үтте
Автор:Г. Хафизова
Читайте нас