Район хакимиәтендәге сираттағы киңәйтелгән оператив кәңәшмә ҡотлауҙарҙан башланды. Район хакимиәте башлығы Р. Абдуллин райондың матур йолаһы булған, йыл һайын Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап уҙғарылған Исмәғил Әхмәҙулла улы Ғәбитов исемендәге ат ярыштарын һәм “Урал батырҙың ҡышҡы уйындары" байрамын юғары кимәлдә ойоштороуға ҙур өлөш индергән ойошмаларға, ауыл хакимиәттәренә, шәхси эшҡыуарҙарға рәхмәт хаттары тапшырҙы.
-Барыһына ла ҙур рәхмәт, артабан да район мәнфәғәтенә уңышлы эшмәкәрлек алып барыуҙарын теләйем.
Кәңәшмәлә райондағы оператив хәл торошо, һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе өлкәһендәге ағымдағы хәл ҡаралды. “Гип-Электро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең, район мәшғүллек һәм ғаилә үҙәктәренең 2024 йылғы эш йомғаҡтары һәм 2025 йылға пландары менән таныштыҡ, проблемалары тураһында һөйләштек. “Инцидент-менеджмент” системаһы аша һәм социаль селтәрҙәрҙә килгән һорауҙарҙы ҡарап үттек. Халыҡтан килгән мөрәжәғәттәр буйынса оператив рәүештә эшләргә, етешһеҙлектәрҙе үҙ ваҡытында бөтөрөргә тырышабыҙ.
Райондың 10 фельдшер-акушерлык пунктында аптека пункттары ошо айҙан эшләй башлаясаҡ.Әлеге көндә сертификаттар һәм лицензиялар буйынса эштәр алып барыла. Байназар ауылы амбулаторияһында аптека асыу һорауына килгәндә, был йүнәлештә эшләйбеҙ, ыңғай һөҙөмтәләр киләһе айҙарҙа булыр, тип ышанам. Мәһәҙи ауылы халҡын борсоған һыу мәсьәләһенең хәл ителешен контролгә алдым.
1 марттан үҙ көсөнә ингән закондарҙың береһенә туҡталып үткем килә. 2025 йылдың 1 мартынан бәлиғ булмағандарға алкоголһеҙ тонусты күтәреүсе эсемлектәр, шул иҫәптән энергетиктар һатыу тыйыла. Һатыусы һатып алыусынан уның йәшен билдәләргә мөмкинлек биргән документ талап итергә хоҡуҡлы. Маҡсат - балаларыбыҙҙың һаулығын һаҡлау, алама ғәҙәттәрҙән арындырыу. Һатыу нөктәләрендә закондың үтәлеше даими тикшереләсәк.
Һәр берегеҙгә уңышлы эш аҙнаһы һәм яҡшы кәйеф теләйем! – ти район етәксеһе.
Сығанаҡ: