Йәмғиәт
4 Март 2025, 05:30

Көн ҡаҙағында – юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге

Авариялар йышыраҡ күҙәтелгән юл участкаларында хәлде яҡшыртыу,  райондың белем биреү учреждениеларында балалар араһында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген иҫкәртеүгә йүнәлтелгән саралар үткәреү,  тейешле урындарҙа тротуар булдырыу,  урамдарҙы тейешле кимәлдә яҡтыртыу кеүек мөһим һорауҙар ҡаралды.  

Көн ҡаҙағында – юл хәрәкәте хәүефһеҙлегеКөн ҡаҙағында – юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге
Көн ҡаҙағында – юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге

Район хакимиәте башлығы Рәмил Миңлеәхмәт улы Абдуллин муниципаль район биләмәһендә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия ултырышын  үткәрҙе. Ултырыш барышында   2024 йылдағы эштәргә йомғаҡ яһалды, ағымдағы йылға пландар ҡаралды.

-Юл-транспорт фажиғәләрендә үлем осраҡтарын кәметеү, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге сараларының һөҙөмтәлелеген арттырыу мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бүленде.  Авариялар йышыраҡ күҙәтелгән юл участкаларында хәлде яҡшыртыу,  райондың белем биреү учреждениеларында балалар араһында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген иҫкәртеүгә йүнәлтелгән саралар үткәреү,  тейешле урындарҙа тротуар булдырыу,  урамдарҙы тейешле кимәлдә яҡтыртыу кеүек мөһим һорауҙар ҡаралды.   Халыҡ  менән осрашыуҙар барышында күтәрелгән  мәсьәләләр , атап әйткәндә, Комсомол һәм Матросов урамдарында  бер яҡлы хәрәкәт индереү кәрәклеге, Урал урамында, үҙәк район дауаханаһы бинаһы эргәһендә, машиналарҙы ҡуйырға етерлек урын булмауы кеүек һорауҙар тураһында  фекер алыштыҡ. Ултырыш һөҙөмтәләре буйынса   ҡарарҙар ҡабул ителде. Барыһын да бер юлы һәм тиҙ арала  хәл итеп булмаясаҡ, әммә  халыҡты юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге менән тәьмин итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ, - тип хәбәр итә район етәксеһе социаль селтәрҙә.

Сығанаҡ:

Рамиль Абдуллин

 

Көн ҡаҙағында – юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге
Көн ҡаҙағында – юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге
Көн ҡаҙағында – юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге
Көн ҡаҙағында – юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге
Көн ҡаҙағында – юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге
Автор:
Читайте нас