"Шундай изге ниәтле кешеләр Баҙал биҫтәһендә йәшәүсе Туҡбаевтар ғаиләһе – Зәйтүн Рәфис улы һәм Сөмбөл Әлфрит ҡыҙы булыр. Ғаиләләрендә алты бала тәрбиәләүсе матур пар Баҙал балалар баҡсаһына йөрөүсе ике балаларының да төркөмдәренә йыл да тоҡлап уйынсыҡтар килтереп, кескәйҙәрҙе ҡыуандыралар.
Бына әле лә Ураҙа айында үҙҙәренә сауап алып, балаларҙы үрле-ҡырлы һикертеп ҡыуандырып, бүләктәр ҡалдырып киттеләр.
Зәйтүн Рәфис улына һәм Сөмбөл Әлфрит ҡыҙына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Эштәрегеҙ уң, үҙегеҙ һау-сәләмәт булып, именлектә, муллыҡта, балалар ҡыуанысында дан ғаилә булып йәшәгеҙ, Аллаһ бирһә. Изгелегегеҙ меңләтә сауап булып ҡайтһын", - тип алғышланып ҡыуанысы менән уртаҡлашты Баҙал балалар баҡсаһының өлкәндәр төркөмө тәрбиәсеһе Сәмәрә Сәйәхова.