Йәмғиәт
3 Март 2025, 04:00

Күпер ныҡлы һәм ышаныслы

Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте төркөмөндә Бөрйән районының Байғаҙы ауылындағы күпер тураһында хәбәр итәләр.

Күпер ныҡлы һәм ышаныслыКүпер ныҡлы һәм ышаныслы
Күпер ныҡлы һәм ышаныслы

Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте төркөмөндә Бөрйән районының Байғаҙы ауылындағы күпер тураһында хәбәр итәләр.

“Беҙҙең #Было_стало_Башкортостан рубрикаһында – Бөрйән районы. Райондың Байғаҙы ауылында Һәүәнәк йылғаһы аша күпер төҙөлдө”, тип яҙалар төркөмдә.

Элекке күпер йәйге туҡтауһыҙ ямғырҙар арҡаһында йылға ташҡан ваҡытта ағып киткәйне.

 “Белгестәр урынға сығып, ҡоролмаға зыян килтерелеүен билдәләне. Проект-смета документтарын эшләгәс, Бөрйән районы хакимиәте төбәк транспорт министрлығына республика ҡаҙнаһынан средство һорап мөрәжәғәт итте.

2024 йылдың көҙөндә подрядсыны билдәләүгә аукцион үткәрелде. Мәсьәлә хәл ителгәнгә тиклем халыҡҡа йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән күперҙе файҙаланып торорға тәҡдим ителде.

Эштәр ноябрҙә старт алғайны, бер айҙан күпер тапшырылды.

Күперҙең оҙонлоғо – 15 метр, киңлеге – 4 метр. Конструкция ныҡлы һәм ышаныслы. Йәйәүлеләр ҙә, автомобилдәгеләр ҙә күпергә бик шат”, тип хәбәр итәләр төркөмдә.

Сығанаҡ: Администрация Главы Республики Башкортостан

 

Автор:
Читайте нас