Йәмғиәт
3 Март 2025, 11:50

Балалар пособиеһы ҡасан күсә?

Социаль фонд балалы ғаиләләргә аҡса күсәсәк көндө хәбәр итте.

Балалар пособиеһы ҡасан күсә?Балалар пособиеһы ҡасан күсә?
Балалар пособиеһы ҡасан күсә?

Балалы ғаиләләргә февраль айы өсөн аҡса карталарға һәм иҫәптәргә 3, 5 һәм 7 мартта күсерелә, тип белдерҙеләр Рәсәй Социаль фондында.

«Әгәр түләү датаһы ял көнөнә тура килһә, аҡса бер көнгә алдараҡ күсерелә. Шуға күрә мартта баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләү буйынса пособие 8-ендә түгел, ә 7-һендә түләнә, — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Слциаль фондта. — Әгәр пособие иртәнсәк килмәһә, кискә тиклем көтөргә кәрәк».

Почта аша пособие почта бүлексәһенең эш графигына ярашлы айҙың 1-25-се көндәрендә килә.

Бынан алда Соцфонд рәсәйҙәрҙең әсәлек капиталын былтыр нисек тотоноуҙары хаҡында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-03/sotsfond-soobschil-kogda-zachislit-vyplaty-semyam-s-detmi-4142589

Автор:
Читайте нас