Был юлы Бөрйәндән күп балалы ике әсә - Билалова Розалия Рәис ҡыҙы һәм Юлсурина Әлиә Вәзир ҡыҙы “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булды!
Райондаштарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ һәм ғаиләләренә именлек, сәләмәтлек, балаларының тик ҡыуандырып ҡына тороуҙарын теләйбеҙ.
Башҡортостанда «Әсәлек даны» миҙалы 1998 йылдан алып биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға тапшырыла. Бөгөнгө көнгә 9 меңдән ашыу әсә ошондай миҙалға һәм бер тапҡыр түләнә торған 50 мең һум аҡсаға лайыҡ булған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ғаилә йылы йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда 306 ғаилә балалар тәрбиәләү өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн дәүләт наградаларын алды. Шуларҙан алты әсә – «Герой-әсә» ордены (улар бөтәһе 8), туғыҙ ғаилә – «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалы, 10 ғаилә – «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы һәм 281 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде.