Йәмғиәт
24 Февраль 2025, 06:25

Бүреләр ауылдарға яҡынлай, һаҡ булайыҡ

Иҫке Собханғол ауылының үҙәге тирәһендә – Ағиҙел йылғаһы буйындағы “Юлбарыҫ” ҡунаҡханаһынан 100-150 метр самаһы ғына ерҙә – ҡая төбөндә бүреләрҙең төндә маралды ашап китеүҙәре хәүефкә һалды. Бүреләр өйөрөнән ҡасып килеп, ҡаянан ырғыған булғандыр инде марал. Һунарсылар әйтеүенсә, тота алмаһалар, бүреләр, ғәҙәттә, болан-маралдарҙы шулай ҡаянан осороп тотоп ашай икән. Бик ас та булғандарҙыр, күп тә булғандарҙыр – бер төн эсендә маралдан бер нәмә лә ҡалмаған тиерлек, боҙ өҫтөндә бары тик ите мөнйөлөп бөткән умыртҡа һөйәге һәм тире генә ятып ҡалған.

Бүреләр ауылдарға яҡынлай, һаҡ булайыҡБүреләр ауылдарға яҡынлай, һаҡ булайыҡ
Бүреләр ауылдарға яҡынлай, һаҡ булайыҡ

Иҫке Собханғол ауылының үҙәге тирәһендә – Ағиҙел йылғаһы буйындағы “Юлбарыҫ” ҡунаҡханаһынан 100-150 метр самаһы ғына ерҙә – ҡая төбөндә бүреләрҙең төндә маралды ашап китеүҙәре хәүефкә һалды.

Бүреләр өйөрөнән ҡасып килеп, ҡаянан ырғыған булғандыр инде марал. Һунарсылар әйтеүенсә, тота алмаһалар, бүреләр, ғәҙәттә, болан-маралдарҙы шулай ҡаянан осороп тотоп ашай икән. Бик ас та булғандарҙыр, күп тә булғандарҙыр – бер төн эсендә маралдан бер нәмә лә ҡалмаған тиерлек, боҙ өҫтөндә бары тик ите мөнйөлөп бөткән умыртҡа һөйәге һәм тире генә ятып ҡалған.

Ағиҙел буйы район үҙәге халҡының яратҡан киске йәйәү йөрөү урыны ла. Кемдәрҙер скандинавса йөрөй, икенселәр аулаҡта йәйәүләп һөйләшеп йөрөп ҡайта... Ә бүреләр мәхшәр ойошторған урын эргәлә генә. Ас бүреләр өсөн кеше ни ҙә, хайуан ни. Аллаһ һаҡлаһын. Шуға күрә бик һаҡ булырға, хатта әлегә кискеһен, ҡараңғы төшкәс, төндә ул тирәлә йәйәү йөрөмәй тороу хәйерле булыр. Бигерәк тә бала-сағаға иғтибарлы булыу мөһим. Ғөмүмән, райондың башҡа ауылдарында йәшәүселәргә лә ҡағыла был. Сөнки бүреләрҙең теләһә ҡайһы ауылға инеүҙәре ихтимал.

Бүреләр мәсьәләһе тураһында фекерен һорашып, “Бөрйән мәғлүмәт-консультация үҙәге” етәксеһе Айгиз Юлай улы Шәриповҡа мөрәжәғәт иттек.

-Был мәсьәләгә битараф ҡала алмайбыҙ, сөнки халыҡтың хәүефһеҙлеге даими иғтибар үҙәгендә. Махсус ҡарар ҡабул ителде. Лицензия алып, бүре атҡан һунарсыларға һәр бүре өсөн 2000 һум түләү ҡаралды. Бынан тыш, һунарсылар уларҙың тиреһен һата алалар. Бүре тиреһе 4-5 мең тирәһе тора. Төлкө алған осраҡта 1000 һум түләнә. Тик уның тиреһен тунарға ярамай, төлкөнө беҙгә тапшырыу мотлаҡ. Сөнки төлкөләр араһында ҡотороу сире күп.

Бүрегә һунар итеү 31 мартҡа тиклем рөхсәт ителә. Элек 28 февралгә тамамлана торғайны.

Бүреләр мәсьәләһе буйынса Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына район етәксеһе исеменән хат яҙғайныҡ. Бүреләрҙе аулауға лицензия буйынса рөхсәт булды. Беҙҙең районда өс һунарсылыҡ хужалығы бар: береһе барыһы ла файҙалана алырлыҡ һунарсылыҡ ерҙәре, икенсеһе – балыҡсылар һәм һунарсылар ассоциацияһыныҡы, өсөнсөһө  - “Бөрйәнтур”ҙыҡы. Өсөһөнә лә лицензиялар бирелде.

Йыртҡыс хайуандар кеше өсөн ҡурҡыныс сығанағы. Яҙғыһын, ғәҙәттә, бүреләр ауыл тирәләренә яҡынлай. Халыҡҡа шуны әйткем килә: прогулкала көндөң яҡты мәлендә йөрөргә тырышығыҙ, кискеһен яҡтыртылмаған тыҡырыҡтарҙа йөрөмәгеҙ, балаларҙың үҙҙәрен генә сығарып ебәрмәгеҙ, - тине Айгиз Юлай улы.

*

Бынан бер нисә йыл элек “Таң”да (2020 йыл, 1 декабрь, № 96) гәзиттең әүҙем ауыл хәбәрсеһе Мөнир Фәйзуллиндың үҙенең ауылдашы, һунарсы Хәбир Исхаҡов тураһындағы мәҡәләһе баҫылып сыҡҡайны. Шунан өҙөк килтереп китеү артыҡ булмаҫ:

«Таңғы сәғәттәрҙә Яланғастүбә яғынан бүреләр олоуон ишетеү ҙә ғәҙәти хәл һымаҡ беҙҙең Һарағыла (Килдеғолда). Арттырмай әйтәм: төлкөләр ҙә, бүреләр ҙә ныҡ яҡынланы ауылдарыбыҙға, ә уларҙан зыяндан башҡа нәмә юҡ: төнгөлөккә ныҡлап тыҡшырмаһаң, тауыҡтарға ла, һарыҡтарға ла көн бөттө, һәр яҙ һайын ҡолондарҙы бүреләр ашауы ла беҙҙә яңылыҡ түгел хәҙер.

Шуға күрә лә һунарсыларҙың әүҙемлеге айырыуса мөһим бөгөн, халыҡ уларҙан мал-тыуарҙарын ҡурсалауҙы көтә. Тик ҡайҙа ул ҡурҡыу белмәҫ, тынғыһыҙ һәм сос һунарсылар? Союзда тороусылар, һунарсы исемен күтәреп йөрөүселәр күп, тик йыртҡыстарға ҡаршы сығыусылар юҡ. Йөрәк эше шул ул бүрегә һунарға сығыу.

Шундай һирәк осрай торған йөрәкле һунарсыларҙың береһе беҙҙең Килдеғолда йәшәй - Исхаҡов Хәбир Әмир улы ул. Атаһының исемен телгә алыуым тигенгә түгел, Әмир ағай ҙа заманында данлыҡлы һунарсы булды, 60-лап айыу алды, бүреләренең, төлкөләренең иҫәбе-һаны юҡ. Ә Хәбир малай ғына сағынан атаһынан ҡалманы.

Ысынлап та, һунарсы исемен аҡланы, иҫбатланы Хәбир, бөгөн ул районда ла, республикала ла таныулы. Дүрт бүре алды ул былтыр. Бына әле генә ике бүре алды. Бына нимә һөйләне Хәбир быйылғы һунары тураһында:

- Тик ятылмай бит, көн һайын тиерлек урмандамын. Яҙғыһын бүреләр күптәрҙең ҡолонон ашаны. Хәҙер ауылда малға таянып, мал көсө менән йәшәйбеҙ бит. Күптәр атҡа күсте, йылҡы көтөү менән ныҡлап мауыға башланы. Ҡолонло бейәһен аҫрап, яҙға иркенлеккә сығарһа, тота ла ҡолонон бүре ашай, шунан нисек сығырыңдан-сыҡмайһың! Бүре бит тоҙаҡҡа эләккәс тә тик тормай, тыпырсынып, тулап, торған ерен ҡара ергә әйләндерә, ағас төбөндә булһа, ике-өс метрға тиклем ағас өҫтөнә һикереп, ботаҡтарҙы һындырып бөтә.

Бүре аулау еңел түгел. Төлкөнө хәйләкәр тигән булалар, бүре төлкөгә ҡарағанда ла хәйләкәрерәк, аҡыллы хәйләкәр. Унан бик йыртҡыс хайуан. Айыу, мәҫәлән, кешегә ташланмай, кеше айыуҙы күрмәй ҙә ҡалырға мөмкин, айыу кешене күреп тә, эргәләп, үҙ юлынан үтеп китә. Тап булһаң, бүре кешегә лә ташланырға тартынмаҫ, бүреләр бүрегә лә бүресә мөнәсәбәттә - тоҙаҡҡа эләккән бүрене өйөрө менән ашап киткән осраҡтар ҙа булғылай...

Алған бүреләремдең һаны 45 булды, һау булһам, уларҙың һанын 70-кә тултырам да һунарсылыҡты туҡтатырмын, тим. Быйыл 5-6 бүре алырға хыял ителә...”

Бүреләр ауылдарға яҡынлай, һаҡ булайыҡ
Бүреләр ауылдарға яҡынлай, һаҡ булайыҡ
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас